Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2020, 11:00

Хөрмәтле полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
Элек-электән эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең батырлығы һәм ҡыйыулығы менән билдәле. Уларҙың һөнәри оҫталығы арҡаһында һәр ерҙә тәртип булдырыла, граждандарҙың тыныслығы һәм именлеге тәьмин ителә. Хоҡуҡ һағында тороусылар артабан да йәмғиәт һәм халыҡ алдындағы бурыстарын намыҫлы атҡарып, эштәрендә тағы ла яҡшы күрһәткестәргә ирешерҙәр, районыбыҙҙа тыныслыҡ һәм тәртип тәьмин итерҙәр, тип ышанам.

Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Читайте нас: