Нимә генә тиһәк тә, рәхәт шул хәҙер тормош, аҡсаң ғына булһын. Елкәң, тырышлығың булһа, аҡса табыу юлдары ла бихисап. Ә беҙҙең олатай-өләсәйҙәргә әүәле үҙ йүндәрен үҙҙәренә күрергә тура килгән: игенде ҡул менән сәсеп, утап, игеп, бойҙайын тирмәндә тартып, икмәк бешергәндәр. Бәғзеләребеҙ һымаҡ ҡулына карта тотоп ҡына магазиндан барып алмағандар икмәкте.
Кейемдең кейемен үҙҙәре әтмәләгәндәр. Мәҫәлән, киндерҙе серетеп, унан туҡыма һуғып, кейем теккәндәр. Тормош ауыр, тиеүселәрҙең бөгөн әле береһе лә ошо юл менән икмәк ашағаны, кейемле булғаны юҡ бит әле, шөкөр.
Эйе, халҡыбыҙҙың кәсептәре, шөғөлдәре бихисап булған. Аҫалы балаҫтарҙы, йәйғор төҫөндә балҡыған тирүгәләрҙе генә алып ҡарайыҡ. Ә ҡорама түшәктәр... Шуныһы ҡыуандыра, һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың аҫыл кәсептәрен тергеҙеү буйынса күләмле генә эштәр башҡарыла. Бында ауылдарҙа әүҙем эш алып барған ағинәйҙәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ.
Ана, килдеғолдар тирүгә һуғыу серҙәрен ҡабаттан өйрәнеп, матур-матур тирүгәләр һуға башлағандар.
-Халыҡ элек-электән үҙ йүнен үҙе күргән: һунар иткән, бал ҡорто тотҡан, һалабаш һалған, сайыр әҙерләгән, һал ағыҙған, йүкә һуйған, септә, тирүгә, балаҫ һуҡҡан, кейеҙ баҫҡан. Ошо борондан килгән һөнәрҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре юҡҡа сыҡҡан, ләкин күбеһе быуындан-быуынға аманат кеүек тапшырылып, әлегәсә һаҡланған.
Килдеғолдар ошо кәсептәрҙең береһен - тирүгә һуғыуҙы тергеҙеү маҡсатында эш башланы. Мораҙым ауылынан Нәҙирә инәй Үтәбаева (Килдеғолға килен булып төшкән Резеда Исхаҡованың әсәһе) бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға тирүгә һуғыу серҙәрен өйрәтте, - тип яҙған улар “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдәренә.
Афарин, һарағылар! Рух йәшәһә, халыҡ та йәшәр. Сөнки беҙҙең асылыбыҙ – тап ана шул боронғолоҡта.