Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2020, 16:00

Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй

Быйылғы йылда районда 34 янғын осрағы теркәлде. Күпселек янғындарҙың сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, икенсе урында - электр ҡорамалдары менән дөрөҫ эш итмәү, уларҙы ҡуйыуҙа, файҙаланыуҙа ҡағиҙәләрҙе боҙоу.

Быйылғы йылда районда 34 янғын осрағы теркәлде. Күпселек янғындарҙың сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, икенсе урында - электр ҡорамалдары менән дөрөҫ эш итмәү, уларҙы ҡуйыуҙа, файҙаланыуҙа ҡағиҙәләрҙе боҙоу.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сыҡҡан янғындар һаны арта. Уларҙың 85 проценты торлаҡ секторына тура килә. 2019 йылдың декабрь, 2020 йылдың ғинуар, февраль айҙарында районда 10 янғын сығыу осрағы теркәлде.

Янғын аяуһыҙ – ул мөлкәтте, торлаҡты юҡҡа сығара, кеше ғүмерҙәрен ҡыя. Район биләмәһендә иң күп янғын сығыу осраҡтары торлаҡ йорттарға тура килә. Быйылғы 34 янғын осрағының 27-һе шәхси хужалыҡтарҙа булды.

Әлбиттә, торлаҡ йорттарҙа янғын сығыу тәү сиратта кешеләрҙең йәшәү рәүеше менән бәйле. Йыш ҡына электр приборҙары менән эш иткәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында ла килеп сыға.

Халыҡ араһында янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү тураһында сходтар булып тора. Электр ҡорамалдарын тотоноу, мейесте файҙаланыу янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса инструктаждар үткәрелә, ут менән эш итеү буйынса аңлатыу эштәре алып барыла.
Янғындан өйөңдө, мөлкәтеңде, ғаиләңде һаҡлау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтән сығармаҫҡа кәрәк:
- бәләкәй балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа;
- эшләп торған электр йылытҡыстарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
- ҡеүәте ҙур булған электр приборҙарын бер юлы ҡулланмау хәйерле. розеткаға икәүҙән артыҡ электр приборын тоташтырырға ярамай, сөнки электр үткәргестең артыҡ көсөргәнешкә көсө етмәйенсә, янғын сығыуға сәбәпсе булыуы ихтимал;
- стандарт булмаған электр предохранителдәрен ҡулланмаҫҡа;
- төҙөк булмаған розеткаларҙы файҙалан-маҫҡа;
- электр үткәргестәргә ваҡытында ревизия үткәреп, яңыртыу сараларын күрергә кәрәк;
- газ приборҙары менән эш иткәндә, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, газ плитаһы өҫтөндә кейем-һалымды киптермәҫкә;
- тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар менән мейес яҡмаҫҡа;
- төҙөк булмаған мейестәргә утты ҡыҙыу яҡмаҫҡа йәки уларҙы бөтөнләй ҡулланмаҫҡа;
- мөрйәләрҙе ваҡытында таҙартырға һәм аҡларға;
- яҡҡан мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
- керосин, бензин һәм башҡа тиҙ яныусан шыйыҡсаларҙы ябыҡ тимер һауыттарҙа тоторға;
- газ сығыуын белеү өсөн газды асып тикшермәҫкә, был йыйылған газдың шартлауына килтереүе ихтимал;
- тоҡанған электр, газ приборҙарын, яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, балаларға ышанып тапшырмаҫҡа, киреһенсә, әгәр ҙә өйҙә балалар булһа һәм мейестә ут янһа, икеләтә иғтибарлы булырға;
- балаларҙың буйы еткән урында шырпы, ут ҡабыҙғыс, керосин, бензин һаҡламаҫҡа;
- түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартмаҫҡа;
- янғын сығыуын иҫкәртеү маҡсатында һәр бер өйгә янғын иҫкәрткес ҡоролмалар алып ҡуйыу хәйерле.

Ут сыға ҡалһа, тиҙ арала янғын һүндереү хеҙмәтенә өй телефонынан 01, 112, 101, кәрәҙле телефондан 101, 112 һандары буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Кәрәҙле телефондарҙан шылтыратҡан ваҡытта республиканың ниндәй ҡалаһына йәки районына эләгеүең мөһим түгел, тиҙ генә үҙең менән таныштырып, ҡайһы ерҙә янғын сығыуы тураһында хәбәр итергә ашығығыҙ (район, ауыл, урам һәм йорт һаны).

Кәрәҙле телефондарҙан (Мегафон) - 101, шулай уҡ өй телефондарынан 01 һанына шылтыратһаң, ул тура Иҫке Собханғол ауылындағы янғын һүндереү бүлегенә төшә.
Ут сығыу тураһында янғын һүндереү бүлегенә хәбәр иткәндән һуң ғына уны үҙ аллы һүндерергә тотоноғоҙ.
Читайте нас: