19 октябрҙән 30 октябргә тиклем республика буйынса “Ҡайҙа үлем менән сауҙа итәләр, хәбәр ит!” тигән акция үтте.
Йәмғиәтте наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һәм таралыуына ҡаршы көрәшкә йәлеп итеү маҡсатын күҙаллаған акцияға «Мәсем» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ойошторған «Бергә» ирекмәндәр хәрәкәте һәм «Йәш Гвардия» йәмғиәт ойошмаһы ихлас ҡушылды.
Бөтә Рәсәй акцияһы Иҫке Собханғол, Байназар, Ғәҙелгәрәй, Әбделмәмбәт ауылдарында үтте.