Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2020, 11:00

Бәхет ҡорай үҙ ҡулдары менән

Һәр кемгә яҙмыш Раббыһы тарафынан бирелеүен инҡар итеүселәр хәҙер һирәгәйә бара. Бәхет һәм ҡайғыны, байлыҡ һәм фәҡирлекте, һаулыҡ һәм сирҙе, барын һәм юғын да Тәҡдирләүсе барыбер үҙ яралтмыштарын һайлау хоҡуғынан да мәхрүм итмәгән – тоғро юлданмы, аҙаштыра торғанынанмы...

Һәр кемгә яҙмыш Раббыһы тарафынан бирелеүен инҡар итеүселәр хәҙер һирәгәйә бара. Бәхет һәм ҡайғыны, байлыҡ һәм фәҡирлекте, һаулыҡ һәм сирҙе, барын һәм юғын да Тәҡдирләүсе барыбер үҙ яралтмыштарын һайлау хоҡуғынан да мәхрүм итмәгән – тоғро юлданмы, аҙаштыра торғанынанмы...
Мәҡәләм геройы – Мораҙым ҡыҙы, Иҫке Монасип килене Миңлегөл бәхет һәм тырышлыҡ юлын һайлаған да, ошонан тайпылмайса, уңғанлығы, сабыр аҡылы менән ниәттәрен ысынбарлыҡ итеп, үҙ көйөн көйләп, үҙ донъяһын ун бармағының көсө менән сынъяһау итеп, солғанышындағыларға бәхет таратып, ҡәҙимгесә генә ғүмер йомғағын һүтә.
Ул миңә күптән таныш Байназар мәктәбе янындағы интернатта 24 ҡыҙ бер бүлмәлә 7 йыл йәшәнек.

Игеҙ һыңары Миңнур менән бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш булһалар ҙа, бер иш кейенһәләр ҙә, беҙ уларҙы айыра алдыҡ.
Ҡул эшенә шәп булды Мөхәмәтйәновалар – дәрестән буш саҡта ҡулдарынан энә төшмәне. Һүренте ептәрҙе ҡатлап (ҡайҙа ул ваҡытта әлегеләй мең төрлө һәм мең төҫлө пряжалар), ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп ултырырҙар ине. Холоҡ-фиғелдәре матур, үҙҙәре тыйнаҡ, егәрле, уҡыуға шәп ҡыҙҙар бүлмәнең йәме-йәне булды.

Мәктәпте тамамлап, ике йыл үткәс, яҙмыш елдәре Мораҙым уңғанын Иҫке Монасип тарафтарына илтә. Бикмәтовтар араһына килен булып төшкән Миңлегөл ике йыл фермала эшләй. Йәүҙәт менән икеһенең оло мөхәббәте емеше булып тәүге ҡыҙҙары Фаягөл 1989 йылда донъяға ауаз һала. 1990 йылда иш янына ҡуш булып Нәркәстәре тыуа.
Йәш ҡатын хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында ут яғыусы булып дауам итә.
Ауылға зәңгәр яғыулыҡ ингәс, газ операторы булып эшләй. Замандың оптималләштереү шойҡаны килеп тейгәс, баҡсаға кер йыуыусы булып урынлаша.
Ошо йылдар арауығында Бикмәтовтарҙың ғаиләһенә тағы ике бала – Гөләндәм менән Айгиз өҫтәлә. Төпсөгөн – ҡотло ояның һөйкөмлө һөйәге Айгүзәлен 42 йәшендә табып ала уңған ҡатын.

Биш бала әсәһе булараҡ, Республика Президенты ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын да алып ҡыуана Миңлегөл.
Бөгөн ул игеҙәге Миңнур Әмирханова етәкләгән баҡсала тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Белорет педагогия колледжында инглиз теле белгесе һөнәрен алған оло ҡыҙы, Фаягөлө, Әзекәй ауылында донъя көтә. Хәләле Марсель менән ике ул үҫтерә. Нәркәстәре СиБДУ-нан инглиз, француз, рус теле уҡытыусыһы дипломы алып сығып, үҙҙәренең ауыл мәктәбендә 5 йыл эшләп, кейәүгә сығып, хәҙер район үҙәгендә йәшәй. Гөләндәмдәре Сибайҙа сауҙа-иҡтисад колледжын тамамлап, шул яҡ егете менән яҙмышын бәйләй. Артуры менән Себер тарафтарында эшләп, Өфөнән фатир һатып алғандар, бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Айгиз Өфөлә УТЭК-та, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалында автомеханик һөнәренә уҡыған.

Йәүҙәт менән 32 йыл бына тигән итеп йәшәйҙәр. 18 йыл колхоз фермаһында тир түккән Йәүҙәт, хужалыҡта аҡса төҫө күрмәй башлағас, ҡыҙҙарымды уҡытам, тигән һүҙем бар ине, тип, меңәрләгән башҡорттоң яҙмышын ҡабатлап, Себер тарафтарына сығып китә. Биш йыл йөрөп ҡайтҡас, Өфөлә төҙөлөштәрҙә эшләй.
Ихтыяр көсө лә ныҡ була үҙендә – 11 йыл хәмер тигән зәхмәтте ауыҙына ла алмай, айыҡ тормош менән йәшәй. Эх, ни эшләп элегерәк белмәнем икән айыҡ тормоштоң тәмен, тип үкенгән саҡтары ла була.

Йәүҙәттең ҡулы белмәгән эш булмай, тиерлек – ҡатынының 50 йәшенә бүләк булһын, тип өйөнә бына тигән итеп евроремонт эшләп ҡуя.
Ә уның оҫта гармунсы икәнлеген бөтә ауыл белә. Ҡатыны – мандолинала, үҙе гармунда уйнап, заманында инструменталь ансамбль төҙөп, сәхнәләрҙе бер итә моңға ғашиҡ Бикмәтовтар.

Тормош тигәнең гел ыңғай ғына тәгәрәмәй бит ул – абындырып-һөрөндөрөп кенә ҡалмай, шаңҡыта, һеңгәҙәтә һуғып та ҡуя – 2014 йылда йөрәк өйәнәге тота башлай йорт хужаһын. Инфаркт тигән яман сир тырнағынан ике тапҡыр саҡ ысҡынып ҡала Йәүҙәт. Яҙмыштың өсөнсө һынауын күтәрергә, яҡты көндәрҙе, балаларының көсөн күрергә яҙмай уға – мәкерле сир тартып ала...

19 йәшендә генә килен булып төшкән Монасибына таштай батып, эшһөйәрлеге менән иргә лә, миргә лә ярап, 33 йыллыҡ хеҙмәт йылының 30-ын балалар баҡсаһына арнап, донъяһын теттереп көтөп ятыуы Миңлегөлдөң.

“Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Аллаға шөкөр, бер ҙә ҡулым эштән бушаманы. Баланы табыу ғына түгел, бағыу һөнәр. Уларҙы кешесә ашатҡы, матур итеп кейендерге килә. Шуға күмәкләп тырыштыҡ инде. Аҡса етеңкерәмәгән ваҡыттарҙа ҡыҙҙар менән ойоғон да бәйләп һаттыҡ, йәйге осорҙа емеш-еләген дә йыйып һатып, ғаилә бюджетын тулыландырҙыҡ. Бер мәл һыйырыбыҙ дүртәү булып китте, 20-нән ашыу һарыҡ көттөк. Ҡартлыҡҡа табан китеп барғанда ауылда мал көтөп, балаларға ярҙам итеп, ҡәҙимгесә генә йәшәргә уй ине. Кеше һағышлай, Хоҙай бағышлай, тигәндәре шулдыр... Яҙманы”, - ти Миңлегөл.

Юҡ, ирем үлде-ҡанатым һынды, минең өсөн донъя бөттө, ҡояш һүнде, тип төшөнкөлөккә бирелеп, йәшәүҙән ваз кисеп ултырған мәшәү заттан түгел Миңлегөл. Ҡайғыһын эш менән баҫа. Күңеленә тыныслыҡ, былай ҙа сымыры итеп көткән донъяһына ҡот бирер яратҡан кәсебенә – ҡорама ҡорауға, бәйләм эшенә тотона. Ауылдың “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзаһы булыуы ла быға этәргес була. Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап үткәрелгән саналы ат ярышына баярлап сергетыш эшләүҙә лә ҡатнаша. Йәйгелек яҙыусылар Сәрүәр Сурина, яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡаһармановалар менән осрашыуға матур күргәҙмә лә әҙерләй Монасиптың алтын ҡуллы оҫтабикәләре – улар хаҡында “Киске Өфө” гәзите лә яҙып сыға.

Үҙе әйтмешләй, гел ҡорамаға ғына күмелеп ултырмай Миңлегөл – баҡса тултырып емеш-еләген дә үҫтерә. Быйылғы йәйҙә ҡурай еләген генә ун биҙрә йыйып алған! “Сәскә үҫтереүселәр” конкурсында ҡатнашып, “Иң күп төрлө сәскә үҫтереүсе”, “Иң матур сәскә үҫтереүсе” номинацияларында еңеүсе лә булған.
Егәрленең ҡулы ете, тип белмәй әйтмәй халыҡ: эш аралатып та ысын сәнғәт әҫәрҙәре булырҙай, күҙ яуын алып торған ҡорама түшәктәр ҡорарға өлгөргән, ырғаҡ менән йәйғор төҫөндәге әйберҙәр бәйләгән Миңлегөл “Нәзәкәт” ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө үткәргән конкурстарҙа ла ҡатнашырға, йөҙәрләгән “лайыҡ”тар, рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, эшенә хуплау табырға ла өлгөрә.

Ә ҡорамаларына иһә күңел аһы, ҡул йылыһы, эске моңо, донъяға ҡарашы, тормошҡа, гүзәллеккә булған оло һөйөүе һеңгән – уларҙа йәйғор балҡышы ла, көҙгө моңһоулыҡ та, йәйге сәскәле болондо хәтерләткән сыбарлыҡ та, донъя күргән, бынамын тигән балалар үҫтергән, Аллаһтан насип хәләленә дан ҡатын булған ябай ауыл ҡатынының, оло йөрәкле әсәнең бәғзе саҡ беҙ төбөнә төшә алмаҫ фәлсәфәһе лә сағыла. Ҡулыңдан, тапҡан-баҡҡан балаларыңдың ҡылған изгелегенән, эшеңдән, тормошоңдан һөйөн, Миңлегөл.
Һин быға лайыҡ ҡатын-ҡыҙ.
Читайте нас: