Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2020, 12:00

Ҡыпсаҡтар йәнә иң көслөләр иҫәбендә!

Башҡорт дәүләт аграр университетында “АгроНТИ-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте.«АгроНТИ 2020» конкурсының төп маҡсаты – ауыл уҡыусыларын яңы технологияларға ылыҡтырыу.

Башҡорт дәүләт аграр университетында “АгроНТИ-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте.
«АгроНТИ 2020» конкурсының төп маҡсаты – ауыл уҡыусыларын яңы технологияларға ылыҡтырыу.
Конкурс сиктәрендә уҡыусыларҙы ауыл хужалығындағы яңы технологиялар һәм ҡаҙаныштар менән таныштыралар.
Конкурстың ситтән тороп ҡатнашыу этабында республиканың ауыл мәктәптәренең 2000-дән ашыу 5-10-сы класс уҡыусылары ҡатнашһа, шуларҙың 200-е еңеүсе тип билдәләнеп, ярышҡа саҡырылды. Әммә, пандемия сәбәпле, май айында үтергә тейешле финал көҙгә күсерелде һәм еңеүселәрҙең 60-тан ашыуы ғына финалда «АгроМетео», «АгроКосмос», «АгроКоптерҙар» һәм «АгроРоботтар» йүнәлешендә көс һынашты.

Еңеүселәр араһында Әбделмәмбәт мәктәбенән Сынтимер Билалов менән Ирхан Үтәбаев та бар. Улар “АгроРоботтар” ауыл хужалығының автоматлаштырылған идара итеү системаһы йүнәлешендә махсус полигонда роботтар менән идара итеп, үҙ оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Роботтар ҡатмарлы юлдар һәм ҡаршылыҡтар үтеп, һөт ташырға, бесән килтерергә һәм картуф ултыртырға тейеш ине.

Беҙҙекеләр бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, Сынтимер тәүге унау иҫәбенә инһә, Ирхан 10-сы класс уҡыусыһынан бер нисә балға ғына ҡалышып, икенсе урын яуланы.
Ирхан ноябрь айында Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: