Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 12:00

Бүләккә – автомобиль!

Башҡортостан Республикаһы Ветеринария Идаралығы үҙҙәренең һөнәри байрамы – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ветеринар участкаһына конкурс иғлан иткәйне. Конкурстың маҡсаты – ветеринарҙарҙың һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү, күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү.

Беҙҙең райондан был конкурста Яңы Монасип ауылындағы ветеринария участкаһы (етәксеһе – Фәнис Шәрипов) ҡатнашты. Ветеринария участкаһы белгестәре һәм район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре көсө менән бинаға капиталь ремонт яһалды, эргә-тирәһе тәртипкә килтерелде.

Быйылғы йылда, вируслы инфекция таралыу менән бәйле, конкурсты үткәреү форматы һәм уға йомғаҡ яһау үҙгәрештәр кисерҙе. Ағымдағы йылдың 27 октябрендә конкурстың һөҙөмтәләре иғлан ителде.

“Иң яҡшы дәүләт ветеринар учреждениеһы” конкурсында ҡатнашҡан ветеринар дауаханалар, ветеринар участкалар, ветеринар пункттар һәм ветеринар станциялар араһында Бөрйән ветеринар станцияһының Монасип участкаһы еңеүсе тип табылды. Бүләк тә елле – Монасип участкаһына эштә ҡулланыу өсөн “Лада Гранта” автомобиле һатып алыуға сертификат тапшырылды!

Афарин! Киләсәктә лә эшегеҙ сәмле, тормошоғоҙ йәмле булһын!
Читайте нас: