2020 йылдың 15 октябрендә Белорет район-ара суды Иҫке Собханғол участкаһында кешегә ауыр тән йәрәхәттәре һалған 26 йәшлек Бөрйән районы кешеһенә ҡарата енәйәт эшен ҡараны.
Хөкөм ителеүсе үҙ-ара килеп сыҡҡан низағ ваҡытында иҫерек килеш, аңлы рәүештә ауыр тән йәрәхәттәре һалыу маҡсатында, зыян күреүсенең битенә таш бәрә. Алынған тән йәрәхәте арҡаһында зыян күреүсенең бер күҙе күреү һәләтен юғалта.
Суд ултырышы барышында хөкөм ителеүсе ҡылынған енәйәттәге ғәйебен таныны һәм үкенеү белдерҙе.
Зыян күреүсе хөкөм ителеүсе менән килешеүҙәрен, уға дәғүәләре юҡ икәнен әйтеп, хөкөм ителеүсе енәйәттән күрелгән зыянды өлөшләтә ҡапланы, тип уға артыҡ ҡәтғи яза бирмәүҙе үтенде.
Ғәйепленең шәхесен һәм ҡылынған енәйәттең характерын иҫәпкә алып, суд ғәйепләнеүсегә 3 йылға һынау срогы менән 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза билдәләне.
2020 йылдың 23 октябренә ҡарата хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине әле.