Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2020, 11:00

Аҡса талап иткән

Ағымдағы йылдың 8 октябрендә Белорет район-ара суды Иҫке Собханғолда 27 йәшлек Бөрйән районы кешеһенә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен ҡараны. Ул кешенән аҡса талап итеүҙә ғәйепләнә.

Ағымдағы йылдың 8 октябрендә Белорет район-ара суды Иҫке Собханғолда 27 йәшлек Бөрйән районы кешеһенә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен ҡараны. Ул кешенән аҡса талап итеүҙә ғәйепләнә.
2020 йылдың 28 апрелендә ғәйепләнеүсе Иҫке Собханғол ауылында Ағиҙел яры буйында булған сағында, сит мөлкәткә эйә булыу маҡсатында, көс ҡулланыу менән ҡурҡытып, зыян күреүсенән тиҙ генә 15 000 һум аҡса биреүен талап иткән. Әгәр аҡсаны бирмәһә, туҡмау менән янаған. Ғәйепләнеүсенең физик йәһәттән үҙенән көслөрәк булыуын иҫәпкә алып, зыян күреүсе был хәүефтең реаль булыу ихтималлығы хаҡында уйлап, килешергә мәжбүр булған. Бынан һуң ул банктан аҡса алып, ғәйепләнеүсегә тапшырған.

Ғәйепләнеүсенең ҡылыҡтары РФ Енәйәт кодексының 163-сө статьяһының 1-се бүлеге менән кешене ҡурҡытып, аҡса даулау (вымогательство) тип квалификацияланды. Икенсе төрлө әйткәндә, көс ҡулланыу менән ҡурҡытып, сит мөлкәтте үҙенә биреүҙе талап итеү.

Суд ғәйепләнеүсенең ғәйебен таныуын, үкенес белдереүен, енәйәтте асыуға һәм тикшереүгә әүҙем ярҙам итеүен язаны йомшартыусы сәбәптәр, ә енәйәттең рецидивын суд, киреһенсә, язаны ҡәтғиләштереүсе сәбәп тип таныны.

Ғәйепләнеүсенең шәхесен, ҡылынған енәйәттең башҡарылыу шарттарын иҫәпкә алып, суд ғәйепләнеүсегә дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында 1 йыл да 6 айға иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза тәғәйенләне.

Сығарылған суд ҡарары менән ризалашмайынса, дәүләт ғәйепләүсеһе уға ялыу бирҙе. Эш Башҡортостан Республикаһы Юғары судына ҡарау өсөн йүнәлтеүгә әҙерләнә.
Читайте нас: