Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 12:00

ТАЖЗӘХМӘТТЕҢ МИНЕ “ДЕВОЧКА” ӨЛӘСӘЙ ИТКӘНЕ...

“Өләсәй” тигән һүҙ шул тиклем тылсымлы икән ул. Ҡолаҡҡа май булып яғыла. Ишетке генә килеп тора. Өҫтәүенә, мин “девочка” өләсәймен! Хатта “маленький” өләсәймен дә әле ул!

“Өләсәй” тигән һүҙ шул тиклем тылсымлы икән ул. Ҡолаҡҡа май булып яғыла. Ишетке генә килеп тора. Өҫтәүенә, мин “девочка” өләсәймен! Хатта “маленький” өләсәймен дә әле ул!
Бынау тажзәхмәт арҡаһында өҫтәлде былары.

Пандемия башланғас, күп кеше араһында эшләп йөрөгәс, балалар янына бармайыраҡ торорға, видеошылтыратыу аша ғына аралашырға тура килде бер мәл. Үҙәк өҙөлөп һағындыра, ләкин ҡурҡыта. Бер көндө ҡыҙымдан видеосәләм килеп төштө. Ейәнем, маленький олатайға, маленький өләсәйгә барам, тип илап ултыра. Ауылдағы өләсәһе менән олатаһына шунан алда ғына барып килгәндәр ине, беҙҙе, эргәлә булһаҡ та, күргәндәре юҡ. Бәлки, бала теге олатай менән өләсәһенең йәш буйынса әҙерәк беҙҙән олораҡ булыуын да аңлағандыр. Шуға беҙ “маленький” булғанбыҙҙыр. Бәлки, кәүҙә оҙонлоғо буйынса самалағандыр...

Бер ҡауымдан тағы бер видеосәләм килеп төштө. Быныһында ейәнем, “девочка” өләсәйгә барам, тип иламһырай. Ә ул “девочка” мин икән! Бына шулай ҡыҙыҡай өләсәйҙәр ҙә була ул.

Быныһының сере шунда. Һеңлеһе тыуғас, 3 йәшлек ейәнемә әсәһе кешеләрҙең ҡыҙҙарға һәм малайҙарға бүленеүе тураһында аңлатҡан. Аңламайыраҡ ултырғас, әсәһе, үҙе, өләсәй, һеңлеһе - “девочка”, ә ейәнем үҙе, атаһы, олатаһы “мальчик” була, тип аңлатҡан.

Бына шулай, тажзәхмәттең дә бер файҙаһы тейҙе – йәшәртте. Шуға мин хәҙер – “девочка” өләсәй!

Хоҙайҙың оло бүләгенә – беҙгә олатай һәм өләсәй бәхете бүләк иткәненә рәхмәттәр әйтеп кенә йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә беҙҙе ҡыуандырып ҡына торһондар. Ошо алтын тормош сылбыры өҙөлмәһен!
Читайте нас: