Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 16:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ғаилә тарҡалған. 2 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ғаилә тарҡалған. 2 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
Демография
Үткән аҙнала районда 4 сабый донъяға килгән. Никахтар булмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ғаилә тарҡалған. 2 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән, янғындар булмаған.
02 хәбәр итә
Октябрҙең 15-енән 22-һенә тиклемге ваҡыт арауығында район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 80 мөрәжәғәт булған.
Улар иҫәбендә механик зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы (2), урман янғыны (2), документтар юғалтыу (3), ғаилә низағы (4), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), дауаханаға алып барыу (1), ғәҙәттән тыш хәл осоронда йәки уның тыуыу ихтималлығы булған шарттарҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәмәү (10) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 45 протокол төҙөлгән. Улар барыһы ла ЮХХДИ йүнәлешендә. 2 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: