Эйәһеҙ эттәр мәсьәләһе көнүҙәклеген юғалтҡаны ла юҡ. Бында беҙ, әлбиттә, үҙебеҙ ғәйепле – арабыҙҙа, тамаҡтарын туйҙырып ҡайтһындар өсөн, эттәрен ил өҫтөнә сығарып ебәреүселәр ҙә бар. Ас хайуандар, һөҙөмтәлә, ҡош-ҡортҡа, ваҡ малға ынтыла. Балалар өсөн генә түгел, ололар өсөн дә хәүеф тыуҙыра улар. Быға миҫалдар ишетелеп тора.
Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһен нисек хәл итергә һуң? Был һорауға яуапты 498-се Федераль законда табырға мөмкин. Уға ярашлы, хужаһыҙ эттәрҙе урынлаштырыу өсөн приюттар ойошторолорға тейеш. Был хеҙмәттәр урамдарҙа эйәһеҙ йөрөгән эттәрҙе аулап, транспортировкалауҙы ойошторорға бурыслы. Приютҡа алып барғандан һуң, уларҙы иң беренсе ветеринар ҡарарға тейеш. Әгәр эт сәләмәт икән, уны 10 көнгә карантинға урынлаштыралар. Әгәр инде хайуанҡай ауырыу һәм дауалауға барырлыҡ түгел икән, эвтаназия сараһы ҡулланыла.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа хужалары юғалтҡан эттәр кире үҙҙәренең эйәләренә ҡайтарыла, ҡайһы бер эттәргә яңы хужалар ҙа табыла.
Карантиндан һуң эттәр ҡайҙа ебәрелә, тигән урынлы һорау тыуалыр. Уларҙың яҙмышы ике юл менән хәл ителә: сәләмәт, агрессияһы булмаған эттәр, кәрәкле ветеринар-санитария саралары эшләнгәндән һуң, кире үҙенең әүәлге мөхитенә, йәғни урамға ебәрелә, ә агрессив, кешегә йәки хайуандарға ташланып барған эттәр агрессив хайуандарҙы тотоу приютына йүнәлтелә.
Был сараларҙың маҡсаты, әлбиттә, сирле хайуандарҙан кешеләр һәм хайуандар өсөн уртаҡ булған сирҙәр таралыуҙы, йоғошло ауырыуҙарға бәйле эпидемияларҙы, эпизоотияларҙы йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү.
Хужаһыҙ эттәр күктән төшмәгән, уларҙы беҙ үҙебеҙ үрсетәбеҙ. Тотҡан этебеҙҙең нимәһелер оҡшамаһа, яҙмыш ҡарамағына сығарып ебәреү ҙә бер нәмә лә түгел. Һөҙөмтәлә, улар дуҫтар таба, өйөргә берләшә, көсөкләйҙәр, ишәйәләр. Ҡырағай шарттарҙа йәшәү өсөн көрәшеп, нисек тә булһа ризыҡ табырға тырышҡан көсөктәрҙән малдарға, ҡош-ҡортҡа, хатта кешеләргә ташланырға әҙер эттәр барлыҡҡа килә лә инде.
Эт – кешенең дуҫы, тибеҙ. Ә дуҫтарға ҡарата улай уҡ аяуһыҙ булырға ярамайҙыр. Эт алабыҙ икән, уның өсөн яуаплылыҡты ла алырға өйрәнмәйенсә тороп, урамдарҙа берәҙәк эттәр һаны кәмемәйәсәк.
Ауыр шарттарҙа йәшәгән кеше тураһында, эт көнөндә йәшәй, тиҙәр. Хәйер, хужаһына ҡарап, бәғзе бер кешеләрҙән дә яҡшыраҡ йәшәгән эттәр ҙә бар. Тимәк, эттәребеҙҙең эт көнөндәме әллә кеше көнөндәме йәшәүе үҙебеҙҙән тора.