Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 13:00

Бөрйән ирекмәндәре эштәрен тергеҙә

Яҙғыһын, коронавирусҡа бәйле пандемия осоронда, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә, мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында районда ирекмәндәр төркөмө ойошторолоп, улар был йүнәлештә эш башлаған ине.

Яҙғыһын, коронавирусҡа бәйле пандемия осоронда, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә, мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында районда ирекмәндәр төркөмө ойошторолоп, улар был йүнәлештә эш башлаған ине.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм 65 йәштән өлкән граждандарға бөтәһе 2 меңдән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратылды.
Ошо еңел булмаған осорҙа ярҙам иткән ирекмәндәрҙең, шәхси эшҡыуарҙарҙың, социаль ойошмаларҙың, ауыл биләмәләре башлыҡтарының һәм битараф булмаған барлыҡ райондаштарҙың ҡылған изгелектәре оло баһаға лайыҡ.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетының баш белгесе, волонтерҙар төркөмө координаторы Л. Зарипова белдереүенсә, “Бөрйән ирекмәндәре” төркөмө артабан да үҙ эштәрен дауам итәсәк.
Яңы коронавирус инфекцияһынан йәки вируслы пневмония сиренән дауаланып ҡайтып, артабан өйҙә реабилитация үтеүҙәрен дауам иткән райондаштарға, 65 йәштән өлкән кешеләргә адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса колл-үҙәктәр эштәрен тергеҙҙе.
Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереү буйынса ярҙам алыу өсөн телефондан 8-927-635-12-11, 8-937-830-58-90, 8(347)55 3-53-47 номерҙарына мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Иртәнге 9-ҙан киске 5-кә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: