Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2020, 10:00

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Октябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнгән был байрам профессиональ водителдәрҙе, һәүәҫкәр йөрөтөүселәрҙе һәм тормошо автотранспорт менән бәйле булғандарҙың барыһын да берләштерә. Бөгөнгө көндә транспорт инфраструктураһы менән социаль-иҡтисади үҫеште генә түгел, граждандарҙың көндәлек йәшәйешен дә автотранспортһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.
Тармаҡтың йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеге был һөнәр эйәләренең оҫталығына бәйле. Уларҙың иңдәрендә ҙур яуаплылыҡ, иғтибарлылыҡ, хәүефһеҙлек һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, иҫән-һау юл йөрөү бурысы ята.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ышаныслы техника һәм юлдарҙа бәлә-ҡазаһыҙ йөрөүегеҙҙе теләйем!
Читайте нас: