Райондың 90 йыллығына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә алып барылған “Бөрйән районы энциклопедияһы”на материалдар йыйыу тамамланды. Проект «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә әҙерләнә.
Бөгөнгө көнгә эшләп торған һәм юҡҡа сыҡҡан учреждение, предприятиеларҙың эшмәкәрлеге, белем биреү ойошмаларының тарихы, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, дин учреждениелары, ижади коллективтар, фермер хужалыҡтар, шәхси эшҡыуарҙар, ауылдарҙың тарихы, тыуған яҡтың үҫешенә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы яҡташтар тураһында бөтәһе 700-ҙән ашыу материал йыйылған.
-Энциклопедия райондың визит картаһы буласаҡ. Шуға күрә башҡа район һәм ҡалаларҙыҡынан ҡалышмай, уны матур, бай йөкмәткеле итеп сығарыу өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ.
Материалдар йыйыу тамамланһа ла, беҙ һаман да мәғлүмәттәрҙе тулыландырыу, эҙләнеү юлында. Башҡа төбәктәрҙә йәшәгән арҙаҡлы яҡташтар тураһында әле лә мәғлүмәт тупланыла, - ти эшсе төркөм етәксеһе, мөхәрририәт-тикшеренеү советы сәркәтибе Р. Ғүмәрова.
- Район халҡы менән йыйылыштар үткәрҙек. Һәр өлкәгә яуаплы кешеләр, ойошмалар тәғәйенләнде. Үҙҙәренә йөкмәтелгән эштәргә яуаплы ҡарап, район тормошондағы ҙур әһәмиәткә эйә изге эштә, ауылымдың тарихы яҙылһын, киләсәк быуын күренекле кешеләрен белһен, тип атлығып тороусыларҙың булыуы ҡыуандыра.
Иҫке Собханғол урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Нәсимә Шәрәфетдинова, китапхана хеҙмәткәре Әлфиә Биргәнова, хаҡлы ялдағы әүҙем ярҙамсыбыҙ Рәшиҙә Халиҡовалар энциклопедияға индереләсәк материалдарҙы эшкәртеү эшендә ҙур ярҙам күрһәтәләр. Шулай уҡ ауылдарҙан да, ойошмаларҙан да битараф булмаған хеҙмәткәрҙәрҙе, мәғариф бүлегенән ярҙамсы итеп тәғәйенләнгән Айзилә Алтыншинаны билдәләп китер инем.
Килтерелгән һәр материалдың, орден, миҙалдарҙың дөрөҫлөккә тап киләме, юҡмы икәнлеген асыҡлау өҫтөндә лә ҙур эштәр башҡарыла.
Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Еңеүҙең 75 һәм районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, “Минең ауылым һәм уның арҙаҡлы шәхестәре” исемле китап та әҙерләнә. Был баҫмала районыбыҙҙың үткәне, борон замандарҙан алып, был төбәкте төйәк иткән эшсән, тырыш, батыр, зыялы, тыуған ауылын матур эштәре менән данлаған кешеләре, ауылдарҙың, ер-һыу атамаларының тарихы, ҡасандыр эшләп килгән һәм юҡҡа сыҡҡан ойошмалар, ауылдарҙың бөгөнгө йәшәйеше хаҡында бәйән ителә.
Оло эшкә тотоноуыбыҙҙың сәбәбе – ауылдарҙың үткәне тураһындағы мәғлүмәттәрҙе туплап, һаҡлап алып ҡалыу теләге, уҡытыусылар һәм киң ҡатлам уҡыусылар өсөн мәғлүмәти йүнәлештәге әсбап булдырыу. Был китаптың тыуған төйәгенең тарихына, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмаған замандаштарыбыҙға ҡәҙерле ҡулланма булып хеҙмәт итеренә шик юҡ.
Был мөһим әһәмиәткә эйә булған башланғысты кемдәрҙер киләсәктә дауам итер һәм ауылдарыбыҙ тарихы арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында мәғлүмәттәр менән тағы ла тулыланырына шик юҡ.
Ҡыҫҡаһы, китаптың ҡулъяҙма рәүешендә баҫылыуына ошолар төп сәбәп булып тора.
Бындай йүнәлештәге китаптарҙы райондың һәр бер ауылы буйынса сығарыу күҙаллана. Әлеге ваҡытта был тәңгәлдә киң күләмдә эш алып барыла. Энциклопедияға индереү талаптарына тура килмәгән материалдар ҙа ошо китаптарҙа урын аласаҡ. Бөгөнгө көнгә 8 ауылдың китаптары әҙер. Башҡа күп ауылдарҙың да китаптары тамамланыу өҫтөндә. Байназар ауылының китабын сығарыуға ҙур өлөш индергән мәктәп директоры Й. Ҡотлобаевҡа рәхмәт. Был эште ул ҙур ойошҡанлыҡ менән алып барҙы һәм аҙағына тиклем еткерҙе.
Илдәге пандемия беҙҙең бәкәлгә һуға. Ваҡытында йыйылыша алмайбыҙ, материалдар туплау ифрат ауыр һәм оҙаҡҡа һуҙыла. Йәнә материалдар тапшырмай, яуапһыҙ ҡалғандар ҙа бар.
Энциклопедияға ингән һәр кемде беҙ теркәп барабыҙ. Бөгөнгө көнгә 734 кеше тураһында мәғлүмәт индерелгән. Иҫке Собханғол мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Рөстәм Вәлиуллин менән энциклопедияның сайтын булдырҙыҡ. Кемдәр ҡыҙыҡһына https://encyclopedia-burzyan.jimdofree.com сайтына инеп ҡарай ала, - ти Р. Ғүмәрова.
Унда райондың почетлы шәхестәре, дәүләт наградалары, премиялары һәм башҡа ҡаҙаныштары булған билдәле кешеләре тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған. Сайт материалдарҙы тулыландырыу, төшөп ҡалған шәхестәр булһа, улар тураһында мәғлүмәт индереү маҡсатын күҙаллай.
Райондаштар ошо сайтҡа инеп, мәғлүмәттәрҙе теүәлләп, күҙәтеп барһын ине. Энциклопедия тураһындағы положениеға ярашлы, кемдер тәҡдим ителмәгән булһа, һорау, тәҡдимдәрегеҙ менән эшсе төркөмдөң етәксеһе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрованың
[email protected] электрон адресына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.