Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2020, 13:00

Банк карталарығыҙ тураһындағы мәғлүмәтте кешегә әйтмәгеҙ

Бөрйән районы биләмәһендә банк карталарынан һәм иҫәптәренән средстволар урлау менән бәйле кибер-мутлашыуҙар (кибер-мошенничество) һаны арта.

Бөрйән районы биләмәһендә банк карталарынан һәм иҫәптәренән средстволар урлау менән бәйле кибер-мутлашыуҙар (кибер-мошенничество) һаны арта.
Түбәндәге схема киң таралыу алған: телефондан ят кеше шылтырата һәм үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра, унан, хәүефһеҙлек системаһы сигнал биреп, клиенттың картаһы менән шикле операция башҡарылыуы тураһында белдерҙе, уны туҡтатыу өсөн, йәнәһе, код һүҙе йәки ПИН-код кәрәк, тип әйтә. Артабан мутлашыусылар (мошенники), психологик манипуляция ҡулланып, гражданинды картаһы менән уның картаһынан йәки иҫәбенән средстволар урлау өсөн кәрәк булған ниндәйҙер ғәмәлдәр башҡарырға этәрәләр. Шулай уҡ ҡайһы саҡ граждандарҙың телефондарына шундай эстәлектәге SMS-хәбәрҙәр ебәрәләр.
Мутлашыусылар йыш ҡына йәнә халыҡ араһында киң таралған ысулды – интернет-магазиндар һәм иғландар сайты аша (мәҫәлән, «Авито» һ.б.) нимәлер һатыу алымын да файҙаланалар. Һатыусы тауар өсөн картанан картаға аванс йәки уның тулы хаҡын күсереүҙе һорай. Аҡса күсерелгәндән һуң мутлашыусы юҡҡа сыға. Ҡайһы бер осраҡтарҙа шартлы һатып алыусы, йәнәһе, тауар өсөн алдан түләү индереү өсөн, әйбер һатыусының банк картаһының номерҙарын һәм башҡа реквизиттарын һорай. Кәрәк булған реквизиттарға эйә булғандан һуң һатып алыусы-мутлашыусы банк картаһына инеү мөмкинлеген ала һәм банк картаһындағы барлыҡ аҡсаны урлай.
Мутлашыусылар шулай уҡ “Бәйләнештә” (“ВКонтакте”) социаль селтәрен дә файҙаланалар. Кибер-һөжүм менән (кибер-атака) кешеләрҙең сәхифәләрен емерәләр һәм артабан мутлашыусылар ул сәхифәнән (страница) был кешенең дуҫтарына йәки уға яҙылыусыларға түбәндәге эстәлектәге хәбәрҙәр ебәрә башлайҙар: “Миңә тиҙ генә яҙ әле, эш бар!”, “Проблема килеп сыҡты, миңә яҙ әле!”, “Сәләм” («Напиши мне срочно, дело есть!!!», «Возникли проблемы, напиши мне», «Привет»). Был хәбәрҙәргә яуап яҙһаң, мутлашыусы уның (теге сәхифәһе боҙолған кеше исеменән яҙа бит инде) йәки берәй яҡын кешеһенең проблемаһы килеп сығыуы хаҡында яҙып, уны хәл итеү өсөн аҡса күсереүҙе һорай башлай.
Артабан мутлашыусы, йәнәһе лә, киләсәктә был аҡсаны кире үҙеңә күсереү өсөн, банк картаңдың һандарын һәм реквизиттарын әйтеүҙе һорай: PIN-код, CVV-код (картаның артҡы яғындағы һандар), картаның ғәмәлдә булыу срогы, фамилия-исем, атайыңдың исеме. Мутлашыусылар психологик манипуляцияны бик оҫта ҡулланып, гражданиндың картаһынан аҡса урлау өсөн, уны картаһы һәм иҫәптәре менән үҙҙәренә кәрәкле ғәмәлдәрҙе башҡарырға этәрәләр.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе элементар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртә. Кибермутлашыусыларҙың (кибермошенниктарҙың) тоҙағына эләкмәҫ, уларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн онлайн сервистар аша нимәлер һатып алғанда бик һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡыра. Билдәһеҙ кешеләрҙән килгән һылтанмалар (ссылкалар) аша инмәгеҙ, электрон почта аша билдәһеҙ кешеләрҙән килгән формаларҙы һәм анкеталарҙы тултырмағыҙ. Һеҙҙән ниндәйҙер ғәмәлдәрҙе тиҙ генә башҡарырға үтенһәләр, айырыуса һаҡ булыу шарт. Енәйәтселәр, тиҙ генә һәм уйлап тормай эшләһендәр өсөн, кешеләрҙә ҡурҡыу тойғоһо уятырға тырышалар.
Читайте нас: