Башҡортостан баҙарында балалар өсөн үҙенсәлекле уйынсыҡ гаджеттар барлыҡҡа килде. “БашТой” компанияһы
әле яңы ғына башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтарҙы сығарғайны, хәҙер балалар өсөн яңы уйынсыҡ - башҡортса, татарса һөйләшкән планшеттар эшләүҙе юлға һалған.
Башҡортса планшеттар һәм смартфондар әлегә исемлек буйынса республиканың балалар баҡсаларына бушлай таратыла башланы.
Ошо көндәрҙә 1-се һанлы балалар баҡсаһы мөдире Ләйсән Медаеваға балаларға тәғәйенләнгән башҡорт уйынсыҡтары (2 планшет, 5 смартфон) тапшырылды.
Райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына барлығы 41 смартфон һәм 31 планшет бирелгән. Уйынсыҡтар балалар баҡсаларындағы төркөм һандарына ҡарап бүленәсәк.
Мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Хәҙисә Йәғәфәрова:
–Башҡорт телендә материалдар табыу еңел түгел. Балала бәләкәйҙән туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ уйынсыҡтар юҡ ине. Был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл. Бындай уйынсыҡтар кескәйҙәр өсөн ҙур шатлыҡ тыуҙырыр тигән өмөттәбеҙ, - тине.
Кескәйҙәргә бүләк итер алдынан Санкт-Петербург белгестәре гаджеттарға ентекле һынау үткәргән. Электрон техника хәүефһеҙлек сертификатын алған. Ә тиҙҙән улар магазин кәштәләренә лә һатыуға сығарыласаҡ.
- Башҡорт телендә ҡурсаҡтар, шулай уҡ планшет, смартфондар хаҡында беҙ үҙебеҙ атай-әсәй булғас ҡына уйлана башланыҡ. Төп маҡсатыбыҙ - һәр баланың үҙ телен белеп, һөйөп үҫеүе өсөн заманса мөмкинлектәр булдырыу, туған телде популярлаштырыу, модаға индереү, ылыҡтырырлыҡ итеү. Бәләкәйҙән баланы әсә теленә һөйөү уятып, телде өйрәтһәң, балалар уның байлығын һаҡларға ярҙам итәсәк, - ти “БашТой” компанияһының етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев.
Планшет, смартфондарҙың режимдары күп. Эсендә алфавит, һандар, төҫтәр, ноталар, шиғырҙар, йырҙар, еңелсә иҫәпләү (алыу, ҡушыу), хайуандар атамалары, уйындар тупланған. Төймәләргә баҫып, бала уны рәхәтләнеп ҡуллана ала.
Әлбиттә, атай-әсәй туған телен яратһа, бала ла рухлы булып үҫә. Кистән балаға әкиәттәр уҡыу, тыңлатыу ҙа мөһим роль уйнай. Иң мөһиме - үҙ-ара башҡорт телендә аралашыу.
Уникаль өйрәтеүсе гаджеттар райондың балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.