Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2020, 14:00

Бер ҡатлылыҡ уғрылыҡтан яман

Һуңғы ваҡытта мутлашыусылар (мошенники) айырыуса әүҙемләште - район халҡын йышыраҡ төп башына ултырта башланылар. Полиция хеҙмәткәрҙәре был турала барыһын да иҫкәртергә тырыша, ләкин ҡайһы берәүҙәр барыбер мутлашыусыларҙың таҫма теленә ышана һәм үҙҙәренең аҡсаларын юғалта.

Һуңғы ваҡытта мутлашыусылар (мошенники) айырыуса әүҙемләште - район халҡын йышыраҡ төп башына ултырта башланылар. Полиция хеҙмәткәрҙәре был турала барыһын да иҫкәртергә тырыша, ләкин ҡайһы берәүҙәр барыбер мутлашыусыларҙың таҫма теленә ышана һәм үҙҙәренең аҡсаларын юғалта.
Хөрмәтле Бөрйән районы халҡы! Һеҙҙе мутлашыусылар ниндәй осраҡтарҙа һәм нисек итеп алдау ихтималлығы бар икәнлеге тураһында иғтибар менән уҡығыҙ һәм был турала мотлаҡ рәүештә ата-әсәйҙәрегеҙгә, туғандарығыҙа, дуҫтарығыҙға, күршеләрегеҙгә һөйләгеҙ. Был бик МӨҺИМ!
Мутлашыусыларҙың иң таралған алдау ысулдары һуңғы ваҡытта 495......, 499...... тигән номерҙарға башланған телефон һандарына бәйле. Телефондан улар үҙҙәрен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштыралар.
Мәҫәлән, Иҫке Собханғолда йәшәүсе бер ханымға телефондан шылтыратып, йәнәһе, әлеге ваҡытта мутлашыусыларҙың уның картаһынан аҡса алырға маташыуы хаҡында хәбәр иткәндәр. Шулай уҡ был ҡатын-ҡыҙға улар, һеҙгә банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтенән шылтыраталар, беҙ һеҙгә ярҙам итә алабыҙ, тигәндәр. Ханым ҡапыл әйтелгән был хәбәрҙән баҙап ҡалған, ҡурҡып киткән һәм шунда уҡ мутлашыусыларға ышанған. Үҙенә тап шул мутлашыусылар үҙҙәре шылтырата икән тип башына ла килмәгәндер инде. Телефон аша теге мутлашыусылар ханымдың картаһының номерын, фамилияһын, исемен, атаһының исемен, картаның арт яғындағы серле (секретный) кодты һорап алғандар. Ҡатын тегеләргә үҙенең картаһы тураһындағы бөтә мәғлүмәтте ентекләп әйтеп биргән. Мутлашыусыларға шул ғына кәрәк тә инде – ханымды албырғатып, алдыҡ юл менән мәғлүмәттәр алып, уның картаһындағы барлыҡ аҡсаны урлағандар.
Тап ошо ысул менән мутлашыусылар Бөрйәндә йәшәүсе тағы 10 кешенең аҡсаһына “айыу майы” һөрткәндәр. Уларҙың барыһына ла мутлашыусылар үҙҙәрен, йәнәһе, банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштырғандар.
Ә банк хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең ҡатнашлыҡһыҙ ғына барлыҡ шикле операцияларҙы блокировкалай ала. Киреһенсә, үҙегеҙҙең картағыҙҙың мәғлүмәттәрен әйтеп, һеҙ мутлашыусыларға аҡсағыҙҙы урларға үҙегеҙ үк ярҙам итәһегеҙ. Мутлашыусылар бары тик һеҙҙең үҙегеҙҙән һорашып ҡына барлыҡ мәғлүмәттәргә эйә булалар һәм һеҙҙең үк аҡсағыҙҙы урлайҙар. Быны онотмағыҙ!
Әгәр һеҙгә 495...... йәки 499..... тигән һандар менән башланған номерҙарҙан шылтыраталар икән, тимәк, мутлашыусылар, икенсе төрлө әйткәндә, бурҙар шылтырата тигән һүҙ. Улар менән һөйләшергә, уларҙың әйткәненән ышанырға ярамай! Улар шылтыратһа, телефонығыҙҙы һүндереп ҡуйыу хәйерлерәк.
Хөрмәтле райондаштар! Әгәр һеҙгә шылтыратып, йәнәһе, мутлашыусылар һеҙҙең картағыҙҙағы аҡсағыҙҙы урларға маташа, тиһәләр, һеҙ шунда уҡ банктың үҙенә шылтыратып, был турала белешә алаһығыҙ. Икенсе ысул – банкоматҡа барып, картағыҙҙағы барлыҡ аҡсағыҙҙы алыу.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла үҙҙәре шылтыратмайҙар! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла картағыҙҙың номерын һорамай, бер ваҡытта ла картаның серле кодын һорамай! Банк хеҙмәткәрҙәренә был мәғлүмәттәр кәрәкмәй!
Шулай уҡ телефон аша үҙегеҙҙең картағыҙҙың реквизиттарын, кодын әйтергә ярамай! Йәнә һеҙҙең аҡсаларығыҙ һаҡланған тағы ла башҡа карталарығыҙ бар икәнен хәбәр итергә ярамай! Зинһар өсөн, ошо мәғлүмәтте хәтерегеҙҙә тотоғоҙ!
Әлбиттә, алдашыуҙың, мутлашыуҙың башҡа осраҡтары ла бар. Кешеләр, аҡсаларын юғалтыу ихтималлығы хаҡында уйлап та бирмәй, мутлашыусыларға ышаналар.
Әйтәйек, гражданин А. “Авито” сайтына үҙенең автомашинаһын һатыуы тураһында иғлан ҡуя. Шунда уҡ, 30 минут тирәһе ваҡыт үтеүгә, уға бер ир кеше шылтырата. Ул үҙен Андрей тип таныштыра һәм автомобилде һатып алырға теләүен белдерә. Андрей автомашина өсөн тәүге иғәнә индерергә теләүен һәм, әлегә үҙе килә алмағас, аҡсаны автомобиль һатыусының картаһына күсереп торорға теләүен әйтә.
Автомашина һатыусы ҡыуанып китә һәм, эҙемтәләрен уйлап тормай, Андрейға үҙенең картаһының реквизиттарын әйтеп бирә. Бынан һуң гражданин А-ның картаһынан шунда уҡ 10 000 һум аҡса юҡҡа сыға. Машина һатыусы Андрейға шылтырата башлай, ләкин яуап биреүсе булмай. Автомобиль һатам тигән ирҙе шулай еңел генә төп башына ултырталар – ул, алданып, үҙенең аҡсаларынан яҙа.
Гражданин С. “Авито” сайтында трактор һатылыуы тураһында иғлан күреп ҡала. Ул был тракторҙы һатып алырға ниәт итә һәм иғланда яҙылған номерға шылтырата. Һатыусы тракторҙың икенсе ҡалала булыуын әйтә һәм, уны икенсе кешеләр һатып алыуы ла ихтимал, тип аңғарта. Гражданин С., тракторҙы һатмаһындар өсөн, хәҙер үк картаға аҡса күсерә ала икәнен белдерә. Шул уҡ ваҡытта был гражданин һатып алыр алдынан тракторҙы ҡарарға, барыһын да тикшерергә кәрәк икәнлеге хаҡында уйлап та бирмәй. Ул банкка йүгерә һәм банкта аҡсаһын ул әйткән картаға күсереүҙәрен үтенә. Банк хеҙмәткәре уны алдауҙары ихтимал икәнлеге хаҡында әйтеп ҡарай. Ләкин С.-ның трактор һатып алыу теләге шул тиклем көслө була һәм банк хеҙмәткәренең әйткәнен ҡолағына ла элмәй. Һөҙөмтәлә, гражданин мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, барлыҡ аҡсаһын юғалта.
Мутлашыусылар ошондай уҡ юл менән тағы бер райондашыбыҙҙы алдайҙар. Ул да “Авито” сайтында трактор һатып алырға теләгән була. Был гражданин да, алыр алдынан хатта ҡарарға кәрәклеген дә уйламай, мутлашыусыларға барлыҡ аҡсаһын күсерә.
Ни өсөн был осраҡтарҙа беҙҙең райондаштар мутлашыусыларға ышанып, сит кешеләрҙең картаһына аҡса күсергән һуң?
Полиция хеҙмәткәрҙәре лә уларға шул һорауҙы бирҙе. Ләкин берәү ҙә был һорауға яуап бирә алманы.
Йәнә бер тапҡыр ҡабатлайбыҙ: сит кешеләргә телефон аша бер ваҡытта ла үҙегеҙҙең картағыҙҙың реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ. Сөнки һеҙгә мутлашыусылар төрлө номерҙарҙан шылтырата. Һеҙҙе алдар өсөн мутлашыусылар төрлө ысулдар уйлап сығара.
Әгәр һеҙ “Авито” сайтында үҙегеҙҙең мөлкәтегеҙҙе һатырға уйлаһағыҙ, һеҙгә һеҙҙең картағыҙҙың номерын белергә теләүсе мутлашыусылар шылтыратыуы ихтимал.
Картағыҙҙың номерын бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Шулай уҡ мутлашыусылар, һеҙгә курьер барасаҡ, аҡсаны курьер аша биреп ебәрергә кәрәк, тип әйтеүҙәре лә бар. Был осраҡта ла мутлашыусылар һеҙҙе алдай, сөнки һеҙгә берәү ҙә килмәйәсәк.
Бынан тыш, мутлашыусыларҙың өсөнсө ысулы ла бар. Улар телефонығыҙға һылтанма (ссылка) ебәрә һәм ошо һылтанмаға баҫыуығыҙҙы һорайҙар. Был һылтанмаларға бер ваҡытта ла баҫмағыҙ. Ул саҡта һеҙ телефонығыҙға йәки компьютерығыҙға вирус индерәһегеҙ һәм һеҙҙең барлыҡ аҡсаларығыҙ юҡҡа сығасаҡ.
Мутлашыусылар хәҙер кешене алдап, еңел генә аҡсалы булыу өсөн яңынан-яңы ысулдар уйлап таба. Мәҫәлән, улар һеҙҙе “Бәйләнештә” (“В контакте”) селтәрендә лә алдай алалар.
2020 йылдың 28 сентябрендә Мәндәғол ауылында йәшәүсе райондашыбыҙҙың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенә ағайының аҡса һорауы тураһында хәбәр килә. Ышанып, 630 һум аҡса күсерә. Бынан һуң “ағайы” уның картаһының реквизиттарын һорай. Гражданка, бер нәмә лә уйлап тормай, үҙенең картаһының номерҙарын яҙып ебәрә. Бынан һуң уға картаһындағы аҡсалары алыныуы тураһында хәбәр килә. “Ағайы” картаһының кодын да әйтеүен һорай. Гражданка тағы ышана һәм кодын да хәбәр итә. Һөҙөмтәлә, мутлашыусылар уның картаһынан 9 800 һум аҡсаһын урлайҙар. Бынан һуң ике көн үткәндән һуң ғына ул ағайына шылтырата һәм аҡса тураһында һораша. Ләкин ағайы “В контакте” селтәрендәге сәхифәһен боҙоуҙары (взломали) хаҡында белдерә.
Ошо уҡ ысул менән мутлашыусылар беҙҙең райондың тағы ла 3 кешеһен алдайҙар. Улар ҙа үҙҙәренең карталарының реквизиттарын бурҙарға әйткән, кодтарын хәбәр иткән йәки мутлашыусыларға аҡса күсергәндәр.
Һорау тыуа: ни өсөн был алданған кешеләр хәбәр ебәргән кешегә шунда уҡ шылтыратмаған һәм аҡса ни өсөн кәрәк булыуын, ни өсөн карта реквизиттары кәрәк икәнен һорашмаған?
Аҡсаны күсерер алдынан да, картаның номерҙарын ебәрер алдынан да хәбәр ебәргән кешегә шылтыратып, был хәбәрҙе кем ебәреүе тураһында белешергә кәрәк. Бәлки, улар мутлашыусыларҙыр һәм һеҙҙе алдарға маташаларҙыр.
Шуға күрә бер ваҡытта ла үҙегеҙҙең картағыҙҙың номерҙарын “Бәйләнештә” (“В контакте”) селтәре аша ебәрмәгеҙ. Был селтәрҙә һеҙҙән аҡса йәки картағыҙҙың номерҙары хаҡында һорашһалар, ышанмағыҙ.Бер ҡатлылыҡ уғрылыҡтан яман, тиҙәр халыҡта. Күрмәгән-белмәгән кешеләрҙең телефон аша әйткән хәбәренә ышанып, үҙебеҙҙең хәләл аҡсаларыбыҙҙың һылмаяҡтар ҡулына эләгеүенә юл ҡуймайыҡ, райондаштар.
Читайте нас: