Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2020, 16:15

Ҡайҙа ҡашырбыҙ икән?

Бер ир, хәмерҙе һәптеюҡ тейәп алһа, ҡайтҡас янъял ҡуптара икән. Бының малайы бәләкәс була – күп кенә өндәрҙе әйтә белмәй, “С” урынына “Ш” ҡуйып һөйләшеп йөрөгән сағы икән. Бер көн әсәһенән ҡусты һорай был. Үҙе башлы була – алдағыһын да ҡайғыртып ултыра, тей.

Бер ир, хәмерҙе һәптеюҡ тейәп алһа, ҡайтҡас янъял ҡуптара икән. Бының малайы бәләкәс була – күп кенә өндәрҙе әйтә белмәй, “С” урынына “Ш” ҡуйып һөйләшеп йөрөгән сағы икән. Бер көн әсәһенән ҡусты һорай был. Үҙе башлы була – алдағыһын да ҡайғыртып ултыра, тей.
“Әшәй, әйҙә, ҡушты алайыҡ. Тик ҡушты алһаҡ, атай эшһә, беҙ икәү ҡашһаҡ, ҡушты ништәр икән?”- тип һорауына һорау менән үҙе үк яуап биреп ҡуя.
Ҡайҙа ҡасырбыҙ икән, тигән хәлгә төшөрҙө бынау күҙгә лә күренмәгән тажзәхмәт. Билдәле, унан ҡасып та булмай – өйөңә бикләнеп, бер ҡайҙа ла сыҡмай ултырыуыңды алмағанда.
Бөгөн көнөн-төнөн шул зәхмәтте әрләйбеҙ, ҡарғайбыҙ. Ҡытайҙарға ла, етәкселәргә лә “өлөш” тейә. Тик “ни өсөн?” тигән һорауҙы биреп, шуға үҙебеҙҙән яуап табырға тырышып ҡарамайбыҙ.
Кешенең тәбиғәте шундай – кеше күҙендәге сүпте тиҙ шәйләүсән, үҙ күҙендәге бүрәнәлә эше лә юҡ!
Һорауға яуап эҙләп, Ҡөрьәндең тәфсирен уҡып ҡарайым. Яуап таптым да кеүек. “Кәңәш” (“Әш –Шура”) сүрәһенең 30-сы аяты бына нимә ти: “Һеҙгә килеп ҡағылған һәр бәлә, һәр проблема һеҙҙең Аллаһҡа буйһонмауығыҙҙың һөҙөмтәһе булып тора. Аллаһ һеҙҙең күп гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаны йәки ошо донъяла язаға тарттырҙы һәм Ул киләһе тормошоғоҙҙа ошолар өсөн яуапҡа тарттырыуҙан юғары. Шулай итеп, Ул ғәҙелһеҙлектән азат һәм сикһеҙ миһырбан эйәһе” (Любое постигшее вас несчастье, неприятное вам является последствием неповиновения Аллаһу. Аллаһ выше того, чтобы наказать вас в будущей жизни за те проступки, которые Он простил вам или за которые Он наказал вас в этой жизни. Таким образом, Он пречист от несправедливости и обладает великой милостью).
Бәй, айырым-айырым да, өлөшләтә лә, бөтәбеҙ бергә лә бөгөнгө хәлебеҙ өсөн ғәйепле бит.
Мәсеттә уҡығанда Лилиә Муса ҡыҙы беҙгә бер риүәйәт һөйләне. Ғәләмдәр Раббыһы фәрештәләргә бер ҡаланың аҙғын халҡын юҡ итергә бойорған. Тегеләр барғандар ҙа, ҡала ситендәге бер йортта бер туҡтауһыҙ ғибәҙәттәге бер кешене күреп, кире ҡайтҡандар. Раббыға доклад яһағандар.
- Иң беренсе шул кешенән башлағыҙ!- булған яуап.
Ни өсөн? – тип ғәжәпләнер, аптырар барыһы. Дәғүәт алып бармаған, үҙе генә иманлы булып, ғибәҙәттәр ҡылып та, башҡаларҙы тура юлға төшөрмәгән, әжеүәләмәгән,булған ғына ғилемен таратмаған өсөн, үҙенең “ҡабырсағ”ынан сыҡмай, башҡалар үҙҙәре үҙенсә яуап бирер, тип уйлаған өсөн.
Ошо кеше хәлендә түгелме бөгөн күбебеҙ? Ураҙа мәлендә ауылдарҙа ураҙа тотоусылар бармаҡ менән һанарлыҡ (быныһы шөкөр әле, бер ун йыл әүәл ураҙа тотмаусылар тағы күп ине), мәсеткә йөрөүселәр ҙә шул хәлдә. Намаҙ уҡыусылар, зәкәт биреүселәр, хәле була тороп та хажға барыусылар ҙа.
Ошо кескенә вирус тотош донъяны туңҡанбаш әйләндереп ҡуя алды – шашыуҙан, туйып һикереүҙән, ҡоралланыуҙан хаттин ашҡан державалар ҙа, тәхетендә оҙаҡ йылдар тыныс ҡына ултырған президенттар ҙа, аҡсалыһы ла, ярлыһы ла, популяры ла, исеме бөтөнләй билдәһеҙе лә уның алдында бер тигеҙ. Һеперә генә.
Бөгөн беҙ туҡтап, ултырып, хатта ятып уйларға тейеш. Дөрөҫ йәшәйбеҙме? Артабан ни эшләргә?
Беҙ ҙә, башҡорт халҡы, ата-бабаларыбыҙ фәлән булған да, төгән булған, тип маҡтанырға яратабыҙ. Дөрөҫ, әллә нисә быуын ата-бабаларыбыҙ шәп булған – ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған, ихтилалдан башы сыҡмаған, батшаларға баш һалмаған. Был – айырым тарих. Ләкин бөгөнөбөҙ, киләсәгебеҙ ниндәй – ошо турала һүҙ ҡуҙғатып, халыҡты әйҙәр аҡыл, юлбашсы юҡ. Данлы, шанлы, ҡанлы тарихыбыҙҙа ҡайнайбыҙ ҙа, киләсәктең даръяһына инеп юғалабыҙ.
Беҙ нисек йәшәнек ошоға тиклем? Мәһәҙейҙәрсә әйткәндә, бырама рәхәт: кнопкаға баҫып донъя көттөк, һәр беребеҙ үҙенең бөтә шарттары булған өй-ҡорамында батша ине.
Туған туғанды танымаҫ, һанламаҫ мәлгә еттек – күптәр үҙенән матди хәле түбәнерәк туғанын туғанға һанламаны, уның урынына аҡсалырағын, йәмғиәттә “статусы” юғарырағын тапты, күрше күршегә йомошо төшмәгәс, күрешкәндә иҫәнләшеүҙән артығын ҡыланманы – туйҙар, аяттар, тыуған көндәр, байрамдар уларһыҙ үтте.
Атай-әсәйҙәрҙең барып хәлен белергә, туған хәлен хәлләргә, мәсеткә барырға, йомаға йөрөргә, хәйер-саҙаҡа бирергә, ярлы-мохтаждың хәлен аңларға түгел, киләсәгебеҙ булған балаларыбыҙҙың күңелен аңлап, улар менән әҙәмсә ун биш минут аралашырға ваҡытыбыҙ юҡ – заман “ҡумтаһы”, телефон-гаджетҡа тапшырҙыҡ та – “тәрбиә” үәссәләм.
Бына хәҙер ултырабыҙ хан һарайындай өйҙәргә бикләнеп – кешенән өркөп-ҡурҡып, һәр сөскөргәнгә ҡотобоҙ осоп, иртәгә ниндәй хәбәр ишетермен, ни булыр, тип.
Һәр йорт айырым һәм бойондороҡһоҙ дәүләт булғыбыҙ килә ине – булдыҡ. Күршенән һоҫҡо тотоп ут һорайһы, ҡунаҡҡа китер булһаң ат, сана, кейем үтескә алаһы түгел. Һәр беребеҙ кешеһеҙ, күршеһеҙ ҙә бынамын итеп йәшәй. Ул текә машина, заман уңайлыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел.Кешегә кеше кәрәкмәгән, кешенең ҡәҙере нулгә тиңләшкән мәлгә еттек. Һәм Аллаһы Тәғәлә беҙгә ошо кескенә, әммә дәү илдәрҙе, ҡеүәтле державаларҙы дер һелкеткән зәхмәтте ебәрҙе. Һынау итеп.
Ул һынауҙы нисек үтеребеҙ һәр кемдең үҙенән тора. Мин-минлеге үтә ҙурайған тәкәббер әҙәм заты тәүбәһенә килерме, үҙенең Яралтыусыһынан ғәфү һорап ялбарырмы, боҙоҡ ғәмәлдәрен, ҡырын эштәрен туҡтатырмы? Әллә ошо һынауҙан бер һығымта яһамай алға сабырмы? Ошоғаса “мин-мин” тип йөрөгәндәр үҙҙәренә бирелгән власть, байлыҡ-муллыҡтың Раббы тарафынан икәнен танырмы, шөкөр итерме, өлөшһөҙҙәргә өлөш сығарырмы? Ошо критик һыҙыҡҡа килеп еттек.
Ошоғаса һәр беребеҙҙә иртәгәһенә өмөт ныҡ ине бит – килгән аванс, эш хаҡы, пенсия мәлендә килер, булған эш булыр, балалар үҫер, һөнәр алыр, донъя ҡорор, байрам-юбилейҙар шулай 365 көн дауамында үтеп торор. Донъялар үҙгәреп, Баш Хөкөмдар һәр беребеҙгә битлек кейҙереп, морондоҡ тағып ҡуйыр, ялҡышҡан кешеләребеҙҙе тын менән тартып алыр хәлгә еткерер, тип уйламаныҡ бер ҙә. Донъя үҙгәрҙе. Беҙ ҙә үҙгәрәйек, йәмәғәт. Һәм һәр беребеҙ үҙгәреште үҙенән башлаһын.
Ҡөрьәндә “Рәғд” (“Күк күкрәү”) сүрәһенең (13-сө сүрә) 11-се аятында Аллаһ Раббыбыҙ әйтә: “ Ысынбарлыҡта, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе һаҡлай. Һәр кешенең һаҡсы фәрештәләре бар – улар уны сиратлап алдан һәм арттан Аллаһ ихтыяры буйынса һаҡлай. Аллаһ кешеләрҙең хәлен үҙгәртмәй, әгәр улар үҙҙәре үҙгәрмәһә: нужнанан (юҡсыллыҡтан) байманлыҡҡа-именлеккә алып бармай, көслөнән көсһөҙ итмәй, улар үҙҙәренең ынтылыштарына ярашлы күңелдәре менән үҙгәрмәһә. Әгәр Аллаһ кешеләрҙе язаларға теләһә, Уның язаһынан һаҡлаусы табылмаҫ, һәм уларҙы ошо бәләнән йолоп алыусы яҡлаусы ла (Покровитель) булмаҫ”. Ошо бер аят менән Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә булған бәләләрҙән, сир-зәхмәт, проблемаларҙан сығыу юлын әйтеп биргән – күрһәткән. Ҡайтыуыбыҙ – иманға, ҡотолоуыбыҙ – иманда булырға тейеш. Күңелебеҙҙе, иманыбыҙҙы байытыуҙа ярышып ҡарайыҡ, үҙгәрә алһаҡ, хәлебеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер...
Бөгөн беҙ бер-беребеҙҙгә изгелек эшләй алабыҙ – һәр кемебеҙ, ауырыһа, ауырымаһа ла, битлек, бирсәткәләр кейеп, йәмәғәт урындарында тейешле дистанция һаҡлап, үҙендә сир симптомын тойғандар кеше араһына сыҡмай бикләнеп...
Мосолмандың иң ҙур ҡоралы, ҡалҡаны – доға. Халҡыбыҙ, яҡташтарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ, күршеләребеҙ, бергә эшләгән иптәштәребеҙ, ғаилә ағзаларыбыҙ ошо тажзәхмәттән, уның насар эҙемтәләренән имен булһын , тип даими рәүештә доға ҡылайыҡ, пәйғәмбәребеҙгә салауаттар әйтәйек.
Читайте нас: