Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2020, 14:00

Техника теркәлгән һәм техник күҙәтеү үткән булырға тейеш

Районда тейешле документтары булмаған һәм теркәлмәгән техника ла бар.

Районда тейешле документтары булмаған һәм теркәлмәгән техника ла бар.
Бөгөнгө көндә “Гостехнадзор”ҙың Бөрйән районы буйынса инспекцияһында 977 үҙйөрөшлө машина һәм 66 тағылма иҫәптә тора. Был техникаларҙың ҙур өлөшө, 90 процент самаһы, граждандарға тура килә.
2020 йылда район биләмәһендә үткән рейдтар барышында 155 берәмек үҙйөрөшлө техника тикшерелде. Һөҙөмтәлә, шуларҙың яртыһы тиерлек, йәғни 71 трактор, төрлө ҡағиҙә боҙоуҙар менән ҡулланылыуы асыҡланды. Бөтә осраҡтарҙа ла асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар буйынса административ юллау саралары ҡулланылды.
Ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса күләмле генә эштәр башҡарылыуға ҡарамаҫтан, техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу буйынса үҙҙәренең бурыстарын һанға һуҡмаусы техника хужалары ла асыҡланып тора.
Әлеге ваҡытта үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙары иҫкәртеү буйынса “Үҙйөрөшлө машина” тигән шартлы исем аҫтында профилактик операция иғлан ителде. Ул октябрҙең 13-өнән 30-ына тиклем барасаҡ. Был операцияның маҡсаты – техниканы файҙаланыу барышында ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау менән бер рәттән техника хужалары менән аңлатыу эштәре алып барыу.
Районда тейешле документтары булмаған һәм теркәлмәгән техника ла бар. Әйтәйек, 2020 йылда тейешле тәртиптә теркәү үтмәйенсә файҙаланыусы 13 трактор асыҡланды. Был техникаларҙың хужалары башҡаларҙың, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлегенә, ғүмеренә хәүеф тыуҙырған техниканы ҡулланыуға юл ҡуялар һәм юл-транспорт ваҡиғаларының һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәпсеһе булыуҙары ихтималлығы ҙур.
Үткәрелгән сараларға бәйле һәм көҙгө осорҙа техникаларҙың бик интенсив ҡулланылыуын иҫәпкә алып, гостехнадзор инспекцияһына ҡараған техника хужаларын техникаларын үҙ ваҡытында теркәтеп ҡуйырға һәм уларҙың техник торошон ҡарап торорға саҡырам.
14 октябрҙә Әтек һәм Яңы Усман ауылдарында булып, бер нисә тракторҙың техник тороштарын тикшерҙек.
Яңы Усман ауылынан Риф Нурутҡоловтың Т-40АМ маркалы тракторы 2018 йылда теркәлгән, техниканың торошона ҡарата иҫкәрмәләр булманы. Фаил Бикбулатов ЮМЗ-6АКЛ тракторын документһыҙ һатып алған. Теркәтеү өсөн 2019 йылда инспекцияға мөрәжәғәт итте. Трактор 2020 йылда мировой судъя ҡарары нигеҙендә хужаһының шәхси милке тип танылды һәм теркәлде. Самат Ишморатовтың Т-40 тракторы йыл һайын техник күҙәтеү үтеп тора.
Артабан теркәү үткәреү өсөн Яңы Усмандан һәм Әтектән берәр тракторҙың номер агрегаттарына сағыштырыу үткәрелде.
Алынған техника мотлаҡ рәүештә теркәү үтергә һәм артабан техник күҙәтеү үтеп торорға тейеш. Һәр техника хужаһы шуны онотмаһын ине.
Читайте нас: