Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2020, 16:20

Пирожкины кем бәскән?

Бөгөн ашнаҡсылар көнө икән. Хәҙер ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ир-ат та ашнаҡсы – бешерегә ризығы ғына булһын. Ҙур ғаиләбеҙҙең өлкән ашнаҡсыһы – әсәйемә бәйле бер бәйән.

Бөгөн ашнаҡсылар көнө икән. Хәҙер ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ир-ат та ашнаҡсы – бешерегә ризығы ғына булһын. Ҙур ғаиләбеҙҙең өлкән ашнаҡсыһы – әсәйемә бәйле бер бәйән.
Әсәйем аш-һыуға оҫта булды. Быға уның урыҫ ауылы Әүжәндә 1938 йылдан 1951 йылғаса йәшәп, тас мәрйәләрсә пирожки-фәлән, билмән бешереүе лә, беҙгә, 9 балалы ғаиләгә аш-һыу өлгөртөү, еткереү кәрәклеге лә сәбәпсе булғандыр. Бәғзеләр әйтмешләй, “Мәрйә Нәбирә инәй”ҙең (әсәйемдең) ҡышҡылыҡҡа ҙур бер ағас мискәлә тоҙланған кәбеҫтәһе, бәшмәге, бутмылында ( баҙҙа, мәһәҙейҙәр , Ҡағыға яҡын булғанғамы, башҡа сәбәптәнме, баҙҙы бутмыл, ти, подполдан килеп сыҡҡан)эреле-ваҡлы эмаль кәстрүлдәрҙә сейәле, муйыллы һары майы, 40-50- ләп өс литрлыҡ банкала һәр төрлө ҡайнатмаһы булды. Һуғандар , “сәс”кә үрелеп, избенканың түбәһенән иҙәнгә ҡәҙәр аҫылынып торор, беҙҙең генә үҫтергән кәбеҫтә күбә дәүмәле булып өйөлөп ятыр ине.
Әсәйемдең бешеренгәндәге ҡулдарының етеҙлегенә әле булһа аптырап иҫем китә – мейестең ҡыҙыу тәгәрмәстәрен шундай шәп тиҙлектә яланғас ҡулы менән алып һөйәй йә һала – ҡулы бешеп тә өлгөрмәй. Ҡоймаҡты ҙур биҙрәгә туҡып, пирожкины бер ҙур аштау итеп бешерер, бесән мәлендә бер мейес ҡулға икмәк, бер мейес әсе икмәк һалып алыр ине.
Беҙҙең урыҫ мейесендә һәр саҡ кәбеҫтәле аш һыуынмай ултырҙы, туҫтаҡ тулы кәтлит икмәк мейесенең ауыҙында ашалырға сират көтә ине.
Ошо аш-һыуға бәйле бер ҡыҙыҡты бәйән итмәксемен.
Бынан бер утыҙ йылдан ашыу элек була был хәл. Әсәйем таң менән бер аштау итеп пирожки бешерә лә, аштауының өҫтөн сепрәк менән генә ҡаплап, үҙе Ҡамышаҡҡа һыйыр ҡыуа китә.
Ярты сәғәттән ашыу йөрөп ҡайтып инһә, пирожкилар юҡ. Аптырап атайымдан һорай – ул да белмәй.
Сиғандар инеп алып сыҡҡан, тиер инең – бөтә ауылға бер урам, тигәндәй, улары һуңғы арала тойолмай.
Аптырағас-алйығас, Йыланбар яғында йәшәгән Фәнүзә апайымдарға китә, моғайын, шул килеп алып ҡайтҡандыр, ни эшләп беҙгә лә аҙыраҡ ҡалдырманы икән, тип көйөп.
Барһа, апайым да белмәй ҙә күрмәй. Беҙгә бармаған да булып сыға.
Пирожки бурын тапмай төш еткерәләр. Шул мәлдә кемдер избенка менән өлкән өйҙө тоташтырған соландың һике аҫтында баяғы пирожкиларҙың өҫтөн япҡан сепрәк ярпыһын күреп ҡала.
Шунан өлкән өйгә инеп, бутмылға төшөп ҡараһалар, тауҙай өйөлөп теге юғалған пирожкилар ята икән.
Баҡтиһәң, ҡомаҡ әсәйем һыйыр ҡыуып ҡайтҡансы үҙенә һәптеюҡҡа етерлек ризыҡты шулай төндөк аша эскә ташып алған икән.
Әлдә төндөккә теге сепрәк ябыу ҡыҫылып ҡалған, юғиһә, урлаған бер гонаһлы, урлатҡан мең гонаһлы, тигәндәй, кемдән күрергә белмәй йөрөрҙәр ине...
Читайте нас: