Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2020, 16:50

МӨЖӘҮИР ХӘҘРӘТ КИРӘМӘТЕМЕ?

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәт тураһында һүҙ сыҡһа, атайымдың хәҙрәткә өләсәйемде алып барыуы тураһындағы тарих иҫкә төшә. Әллә ҡайҙағы хәҙрәт Байғаҙынан үҙенә барырға йыйынғандарын ҡайҙан белгән, тиһең – кирәмәтен күрһәткән бит әле.

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәт тураһында һүҙ сыҡһа, атайымдың хәҙрәткә өләсәйемде алып барыуы тураһындағы тарих иҫкә төшә. Әллә ҡайҙағы хәҙрәт Байғаҙынан үҙенә барырға йыйынғандарын ҡайҙан белгән, тиһең – кирәмәтен күрһәткән бит әле.
Эш былай була. Өләсәйем күңел ауырыуы менән сирләп киткәс, атайым бесән звеноһында йөрөгән еренән ҡайтып, өләсәйемде даны әллә ҡайҙарға киткән Мөжәүир хәҙрәткә алып барырға ниәтләй. Сәхибә апайын да ултыртып ала. Ауылдан сығып, Байғаҙы фермаһының Өсөнсө завод тигән ерҙәге йәйләүе тирәһенә еткәс, атай, арбаһына йәш бесән сабып алмаҡсы булып, атын туҡтата. Өләсәйҙе шундағы бер ағас төбөнә ултыртып тора. Бесән сабып, арбаһына кәлдәп һалып, өләсәйҙе ултыртып алайым, тиһә, әсәһе урынында юҡ, ти. Аптырашып, Сәхибә инәйем менән эргә-тирәне йүгереп йөрөп эҙләп ҡарайҙар. Һыуға төшкән һымаҡ юҡҡа сыға өләсәй. Эҙләмәгән ерҙәре ҡалмай, аптыранып, ахыры, иртәгә таң менән тағы эҙләргә сығырбыҙ, тип кискә кире ауылға ҡайталар.
Икенсе көнөнә шул яҡтан бесәндән ҡайтҡан берәү, урманда ағас төбөндә Хәнифә инәй ултырасы, тигән хәбәр әйтә. Былар тиҙ генә юлға сығалар. Барһалар, ысынлап та, өләсәй теге ағас төбөндә ултыра, ти.
Өләсәйҙе хәҙрәткә алып китәләр. Бер юлы Татлыбайҙа йәшәүсе бер туған Гөлъямал апайын да күреп ҡайтыу уйы була атайҙың. Әсәйем дә ҡырҙап йәшәгән ҡыҙын күреп, ҡыуанып ҡайтыр, тип уйлай.
Хәҙрәт, нишләп оло кешене ыҙалатып алып йөрөйһөгөҙ инде, ҡартлыҡ сире бит, тигәнерәк һүҙ әйтә һәм инеп ҡайтырға йыйынған ерҙәренә һуғылып йөрөмәҫкә кәңәш итә. Ләкин атайым, бынау тиклем ергә килеп еткәс, инеп ҡайтайыҡ инде, тип атын Татлыбайға бора.
Былар ҡайтҡандан һуң инәйҙең сәңгелдәктә ятҡан һап-һау сабыйы мәрхүм булып ҡала. Халыҡта сарпыу ҡағыла тигәнерәк төшөнсә йөрөй бит, шул булғандыр, ахыры.
Өләсәйҙең дә юғалыуы тиген булмаған инде. Хәҙрәт, ыҙалатып йөрөтмәһендәр оло кешене, тип күҙ яҙлыҡтырып ҡарағандыр, моғайын...
Лира Яҡшыбаеваның Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы китабын бер тынала уҡып сыҡтым. Хәҙрәттең ҡәберенә лә зыярат ҡылдыҡ.
Унда ла ҡыҙығыраҡ хәлдәргә тарыныҡ. Бер нәмә лә белмәй, тоҫмаллап китеп барабыҙ Манһырға. Тегеләй-былай киткән юлдар сатына барып аптырабыраҡ туҡтаһаҡ, йә берәй бесәнсе, йә көтөүсе осрай ҙа йүнәлеш биреп ебәрә. Инде ауылын да үтеп, зыяратты эҙләп китеп барабыҙ. Ҡайҙа икәнен дә белмәйбеҙ. Шул ваҡыт юлдың уң яғында берәүҙәр бесән эшләп йөрөгәнен күреп, туҡтағайныҡ, килеп еткәнһегеҙ, бына зыярат, тип күрһәттеләр.
Шуныһы ҡыҙыҡ – был мәлдә иртәнге 11-ҙәр тирәһе генә булһа ла, беҙ зыярат ҡылып сығыуға теге бесәнселәр юҡ ине.
Ҡайтыр юлда, асфальтҡа сығыр алдынан ғына, иғтибарҙы бер баҫып тиерлек торған бәләкәйерәк йәнлек йәлеп итеп, ҡыҙыҡ күреп, янына туҡтаныҡ һәм водителебеҙ йәһәт кенә багажнигынан инструменттарын сығарып ергә һала башланы. Баҡтиһәң, машинаның аҫтында нимәһелер боҙолоп, тигеҙ юлға сыҡҡас, шәберәк китһәк, бәхетһеҙ хәлгә тарыуыбыҙ ихтимал булған икән. Бәлки, теге кескәй йәнлек тә тиген осрамағандыр...
Читайте нас: