Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2020, 17:37

ТЫРЫШТАР БУЛДЫРА

Ғаиләһен бәхетле итеү, етеш йәшәтеү өсөн бар тырышлығын һалғандар күп.

Ғаиләһен бәхетле итеү, етеш йәшәтеү өсөн бар тырышлығын һалғандар күп.
Тимер ауылынан үҙ көстәре менән өй төҙөп, матур тормош көтөүсе Фәнзил һәм Ильмира Алтынбаевтар ғаиләһе шундайҙар иҫәбендә. Бер яҡтан, улар – ауыл ерендә йәшәүсе ғәҙәти ғаилә. Икенсе яҡтан – тормошта үҙ урынын тапҡан, аҡыллы балалар үҫтереүсе һоҡланғыс парҙар.
Уларҙың мөхәббәт тарихтары ла үҙенсәлекле. Нәби ауылына өләсәһенә ҡунаҡҡа барған Фәнзил 13 йәшлек кенә Ильмираға ғашиҡ була. Шул ваҡыттан алып улар айырылмаҫ дуҫтарға әйләнә. Тиҙҙән уларҙың дуҫлыҡтары оло мөхәббәткә әүерелә. Ата-әсәйҙәренең фатихаларын алып, йәштәр өйләнешә.
Хәҙер улар өс балаға атай-әсәй. Эльвина – 3-сө, Алина 1-се класс уҡыусылары, ә бәләкәй Азаматҡа 2 йәш.
Ҡыҙҙары, бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡустыларын ҡарап, уйнатып, әсәйҙәренә өй эштәрендә ярҙамлашып үҫеп киләләр.
Йәшәп ятҡан бәләкәй өйҙәренә ҙур төкәтмә төкөтөп, йорттарын иркенәйтеп алғандар. Уның һәр мөйөшө ентекләп уйлап эшләнгән, ҡаласа уңайлыҡтар булдырылған.
-Был ҙур эштә атай-әсәйҙәребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың ярҙамы күп булды. Әле лә уларҙың төплө кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, терәк-таяныстарын тойоп йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көндә өйөбөҙҙө уңайлыраҡ, зауыҡлыраҡ итеү маҡсатынан эске биҙәү эштәре менән мәшғүлбеҙ, - тиҙәр йәштәр.
Дәрестәрен әҙерләп, уның араһында ҡул эштәре менән дә шөғөлләнгән балалар үҙҙәре үк был йортҡа йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өҫтәй.
Һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усағы, тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Был йәһәттән ҡырҙа эшләп йөрөгән Фәнзилдең күңеле тыныс, сөнки һөйөклө балалары, уңған, хәстәрлекле ҡатыны көтөп тора.
Фәнзилдең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Урманда солоҡтары ла бар. Уларҙы ҡарарға ла көс, таһыллыҡ кәрәк.
Ильмира ла туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтыла.
- Теген машинаһы һатып алдым. Төрлө туҡымаларҙан үҙемә, ғаиләмә кейемдәр тегәм, постель, тюль кеүек әйберҙәрҙе лә үҙем тегеп алдым, - ти һөймәлекле, мөләйем Ильмира.
Ул балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй, әлеге ваҡытта декрет ялында.
Йәш ғаилә мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә, ғөмүмән, тырышып донъя көтә.
- Балаларыбыҙ – тормошобоҙҙоң йәме, уларҙы сәләмәт, бәхетле, яҡшы кешеләр итеп үҫтереү - беҙҙең бурысыбыҙ, - тиҙәр улар.
Ғаиләһендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәүсе Алтынбаевтар күптәргә өлгө.
Читайте нас: