Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2020, 11:00

ЮЛДАРҘА ЭШТӘР ТЫНМАЙ

18 октябрь - юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө

18 октябрь - юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө
«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре: дөйөм файҙаланыуҙа булған автомобиль юлдарын ремонтлау, асфальт-бетон ҡатнашмаларын әҙерләү һәм юл төҙөлөшө буйынса эштәр башҡарыусылар, водителдәр, машинистар, юл мастерҙары, дөйөм алғанда, район юлдарын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ кешеләр һөнәри байрамдарын билдәләйәсәк.
Юлдарҙың төҙөлөшө юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирергә тейеш. Районыбыҙҙа юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы коллективы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән юлдар яҡшыра бара. Был, үҙ сиратында, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай.
2020 йылдың 9 айында Бөрйән юлсылары начальниктары Руслан Денисламов һәм баш инженер Даян Ҡаһарманов етәкселеге аҫтында объекттар буйынса ҙур күләмдә эш башҡарыуға өлгәште.
Бөрйән районындағы муниципаль-ара әһәмиәттәге Ҡағы - Иҫке Собханғол автомобиль юлы, Иҫке Собханғол – Ғәлиәкбәр юлының айырым участкаһы төҙөкләндерелде, Байғаҙы ауылының С.Псәнчин урамына 1,6 саҡрым арауыҡта асфальт һалынды, Иҫке Собханғол–Мораҡ юлынан алып Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән ергә тиклем юлды төҙөкләндереүҙең беренсе этабы тамамланды.
Яңы ғына Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының бер өлөшө төҙөкләндерелеп, файҙаланыуға тапшырылды.
2020 йылда Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы барлыҡҡа килгәндән алып иң ҙур күләмле эштәр башҡарылған.
Юлдарыбыҙ төҙөк булғанда ғына тормошобоҙ, эштәребеҙ көйлө барасаҡ. Бына шундай ҙур яуаплылыҡ ята юлсылар иңендә. Һөнәри байрамдары мөбәрәк булһын!
Читайте нас в