Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2020, 13:00

РОЗА АПАЙҘЫҢ ШАУРМАҺЫН БИК ЯРАТҠАНДАР

Ауылдарҙа, заман-ға яраҡлашып, ауырлыҡтарҙан ҡурҡ-май, ең һыҙғанып эшкә тотоноп, алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсе йәштәребеҙ бихисап.

Ауылдарҙа, заман-ға яраҡлашып, ауырлыҡтарҙан ҡурҡ-май, ең һыҙғанып эшкә тотоноп, алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсе йәштәребеҙ бихисап.
Шуларҙың береһе – хозур тәбиғәтле Байназар ауылының уңған, тырыш, һылыу ҡыҙы Роза Урал ҡыҙы Ишбулатова. Мин уның менән әңгәмә ҡорҙом.
– Роза апай, үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ әле.
– Ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Әсәйем рауза сәскәләре яратҡас, миңә лә Роза тип исем ҡушҡан.
Мәктәптә уҡыған йылдарҙа район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа йыш ҡатнаша тор­ғайным. 2015 йылда «Яҙ гүзәле»н­дә Гран-при алһам, 2016 йылда «Йыл уҡыу­сыһы» исеменә лайыҡ булдым. Айырыуса биология, химия фәндә­ре менән ҡы­ҙыҡһындым. Республика кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатна-шып, I–II урындар яуланым.
Уҡырға барғандан алып бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Әле лә был шөғөлөмдө ташламайым. Йыл да ҡарттар йортона барып концерттар ҡуйып торабыҙ.
Бала саҡтан табип булырға хыялландым. Был уйымды тормош­ҡа ашырыр өсөн Өфө медици­на колледжына уҡырға индем. Бынан тыш, массаж эшләү ме­нән ҡыҙыҡһынам. 2019 йылда курстар­ға яҙылып, белем дә алдым. Йәйге ялдарымда кешеләргә массаж эшләп, үҙемә уҡырға барырлыҡ аҡса туплап алам.
– Белеүемсә, һеҙҙең һөнәрҙәрегеҙ бик күп. Хатта үҙегеҙҙең бәләкәй бизнесығыҙ ҙа бар. Шул турала һөйләп китһәгеҙ ине.
– Яҡын кешеңдең, туғаныңдың, дуҫыңдың тыуған көнөнә йә булмаһа Яңы йыл, 8 март кеүек байрамдарға бүләк эҙләй башлаһаң, бик күп ваҡыт китә йә күңелгә ятҡанын табып булмай. Шуға кешеләргә ярҙам итеү, ваҡыттарын бушҡа сарыф иттермәү маҡсатында, улар теләгәнсә, йәғни заказ менән бүләктәр әҙерләү идеяһы тыуҙы. «Инстаграм», «Бәйләнештә» селтәрҙәрендә рекламалар эшләп, күп клиенттар таптыҡ.
Ә шаурма эшләп һатыу идеяһы менән йыл башынан алып яндым. Сөнки ауылда булғанда урам­ға йәштәр менән йыйылып сыҡһаҡ, ҡалалағы кеүек тамаҡ ялғау урындары юҡ. Шуға ошондай бизнес ойошторорға булдыҡ. Дуҫым Айтуған менән йәйге каникулды түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ һәм эшебеҙҙе башлап та ебәрҙек. Аллаға шөкөр, халыҡҡа бик оҡшаны, яратып ашанылар, заказдарыбыҙ ҙа бик күп булды.
– Бөгөнгө йәштәргә, үҫмер­ҙәргә ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?
– Уҡыусылар тырышып белем алып, төрлө конкурс-сараларҙа әүҙем ҡатнашһындар. Алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешер өсөн бер ниндәй ауырлыҡтарҙан да ҡурҡ­маһындар ине. Әүҙем, тәүәккәл булырға кәрәк.
Читайте нас: