Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2020, 09:00

Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
Заманса юлдар төҙөлөшө – район иҡтисадының һәм социаль инфраструктураһының уңышлы үҫешендә, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыуҙа мөһим урын алып тора.
Районыбыҙҙа юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы рәткә килтереү, уларҙы тейешле тәртиптә тотоу һәм яңыларын һалыу эшен намыҫлы үтәй. Яҙлы-көҙлө айҙарҙа ла, ҡарлы-ямғырлы тәбиғәт шарттарында ла ауыл-ҡалалар араһындағы өҙлөкһөҙ бәйләнеш уларҙың тырышлығына бәйле.
Байрам көнөндә айырым рәхмәт һүҙҙәрен райондың юл комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергән тармаҡ ветерандарына еткерәм.
Юл хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәттәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле киләсәк теләйем! Эштәрегеҙ – уң, ғаиләләрегеҙ – имен, барыр юлдарығыҙ яҡты булһын!
Читайте нас: