Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2020, 14:00

ҒҮМЕРЕН КЕШЕЛӘР СӘЛӘМӘТЛЕГЕНӘ БАҒЫШЛАҒАН

Һәр төбәкте уның шәхестәре данлай. Бөрйәндә тыуып-үҫеп, ҡанат нығытып, унан офоҡтар аша маҡсаттарына табан юл алған арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ бихисап.

Һәр төбәкте уның шәхестәре данлай. Бөрйәндә тыуып-үҫеп, ҡанат нығытып, унан офоҡтар аша маҡсаттарына табан юл алған арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ бихисап.
Фәтҡуллин Фазыл Шәкир улы – шуларҙың береһе.
Фазыл Шәкир улы 1941 йылдың 16 авгусында Иҫке Собханғол ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Мәктәптә яҡшы уҡыған егет ҡулына аттестат алыу менән үҙенең хыялына юл ала – Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә.
Институтта ла тырышып уҡый. 1966 йылда медицина институтын уңышлы тамамлап, Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылының участка дауаханаһында терапевт булып эш башлай. Йәш, энергиялы, үҙ эшен яҡшы белгән егетте бер йылдан – 1967 йылда уҡ үҙе эшләгән дауахананың баш табибы һәм хирург итеп тәғәйенләйҙәр. Ә инде 1968 йылда Ф. Фәтҡуллин Күгәрсен район дауаханаһының баш табибы булып китә һәм шул дауаханала 1974 йылға тиклем эшләй.
Фазыл Шәкир улы “Ишембайнефть” НГДУ-һының поликлиникаһында табип-хирург булып та эшләй. 1976 йылда, хирург булып эшләүен дауам итеү менән бер рәттән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр өлкәһендә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ экспертизаһы буйынса баш табип урынбаҫары вазифаһын да башҡара.
1985 йылда яҡташыбыҙ Ишембай ҡалаһының поликлиника өлөшө буйынса баш табибы урынбаҫары итеп күсерелә. Ә 1987 йылда Ишембай ҡалаһының беренсе хирургия бүлексәһенең экстрен хирургия буйынса табибы итеп тәғәйенләнә. 1988 йылдан Фазыл Шәкир улы Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы халҡына медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтеү буйынса баш табип урынбаҫары булып эшләй.
1993 йылдан хаҡлы ялға киткәненә тиклем Ишембай ҡалаһының үҙәк район дауаханаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса поликлиникаһында табип-хирург булып хеҙмәт итә.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, яҡташыбыҙ үҙен тырыш, яуаплы, эшсән, гуманлы белгес итеп күрһәтә. Эше эш булһын өсөн ваҡыт менән дә, түккән көсө менән дә һынашмай. Кеше ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн бар белемен, тәжрибәһен һәм тырышлығын эшкә егә. Үҙенең квалификацияһын күтәреү буйынса ла даими эш алып бара. Хеҙмәттәштәре, ҡала һәм район кешеләре араһында, оҫта ҡуллы, үҙ эшен тәрәндән белгән хирург булараҡ, ҙур абруй менән файҙалана.
Ф. Фәтҡуллиндың тырышлығы ваҡытында үҙ баһаһын да ала. Ул район, ҡала, республика кимәлендәге күп һанлы наградаларға эйә була. 2000 йылдан юғары категориялы табип-хирург. 1990 йылдан хеҙмәт ветераны. 2005 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән юғары исем бирелә.
Ҡатыны Фәүзиә Бәҙретдин ҡыҙы менән улар ике ҡыҙ үҫтергән. Өлкәндәре, Лиләләре, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Бәләкәйҙәре Эльвира Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алған. Фәүзиә Бәҙретдин ҡыҙы ла 2000 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Белеме, тырышлығы менән үҙенә юл ярып, ғүмерен донъялағы иң изге һөнәргә – кешеләр сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған Фәтҡуллин Фазыл Шәкир улы 2011 йылдың 20 авгусында баҡый донъяһына күсә. Ләкин уның ҡылған изгелектәре халыҡ күңелендә йәшәй
Читайте нас: