Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 16:00

ЮЛ-ПАТРУЛЬ ХЕҘМӘТЕНӘ ЯҢЫ АВТОМОБИЛЬ БИРЕЛДЕ

Башҡортостан автоинспекцияһына, «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» Федераль проектының «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 29 яңы патруль автомобиле тапшырылды. Шул иҫәптән республиканың бер нисә территориаль дәүләт автоинспекцияһы подразделениеһына юлһыҙ ерҙән дә йөрөй алыусы 10 автомобиль таратылды.

Башҡортостан автоинспекцияһына, «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» Федераль проектының «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 29 яңы патруль автомобиле тапшырылды. Шул иҫәптән республиканың бер нисә территориаль дәүләт автоинспекцияһы подразделениеһына юлһыҙ ерҙән дә йөрөй алыусы 10 автомобиль таратылды.
Бөрйән районы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә бындай бүләктән мәхрүм ҡалманы. Уларға “UAZ-Patriot” автомобиле тапшырылған. Был турала ентекләберәк һорашыу маҡсатында юлдағы тәртип һаҡсыларына мөрәжәғәт иттек.
ЮХХДИ бүлеге начальнигы Рафаэль Мостафин менән юл инспекторы Ғәзиз Баязитовты район биләмәһе буйлап юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү һәм иҫерек водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында рейд үткәргән ваҡыттарында осраттыҡ.
- Был автомобиль, райондың таулы булыуын иҫәпкә алғанда, бик ҡулай, сөнки ул ҡатмарлы юлдарҙан да үтеү һәләтенә эйә. Яңы патруль транспорты автоинспекторҙарға үҙ бурыстарын үтәү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән комплектланған. Бындай техникала эшләүе лә уңайлы.
2020 йылдың 9 айы эсендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Бөрйән районы биләмәһендә 1500 самаһы административ хоҡуҡ боҙоусы теркәлде. Шул иҫәптән 70 водителдең иҫерек килеш руль артына ултырыу осрағы асыҡланды.
Бөгөнгө рейд барышында көндөң беренсе яртыһында ғына ике административ хоҡуҡ боҙоу асыҡланды. Байназарҙа бер водитель алкоголь эсемлек ҡулланған килеш автомобиль менән идара иткән. Уға Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.8 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы протокол төҙөлдө. Тағы ла бер гражданиндың водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән көйө руль артына ултырғанлығы асыҡланды.
Юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында ойошторолған бындай сараларҙы Бөрйән районы биләмәһендә киләсәктә лә планға ярашлы үткәреп торасаҡбыҙ. Бөтә водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе лә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәп йөрөргә саҡырам. Йәйәүлеләр төнгө ваҡытта яҡтылыҡ ҡайтарыусы билдәләр ҡулланһындар ине, сөнки төндә, һауа шарттарына бәйле, водителдәргә йәйәүлеләрҙе ҡапыл аңғарыуы ауыр, - тине ЮХХДИ бүлеге начальнигы Р. Мостафин.
Полицияның кесе лейтенанты, юл надзоры инспекторы Ғ. Баязитов ата-әсәләрҙе балаларына ҡарата иғтибарлыраҡ булырға саҡыра:
- Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар күп осрай - хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмай йөрөү, балаларҙы автокреслоһыҙ йөрөтөү, иҫерткес эсемлектәр ҡулланған килеш автомобиль менән идара итеү һәм башҡалар. Штрафтар юғары, ләкин ата-әсәләр өсөн штрафтан бигерәк балаларҙың хәүефһеҙлеге беренсе урында булырға тейеш.
Ҡыш яҡынлашҡан һайын ҡараңғы иртә төшә башлай.
Балалар мәктәпкә барғанда һәм ҡайтҡанда тәүлектең ҡараңғы мәленә тура килергә мөмкин. Уларҙың кейеменә йәки әйберенә мотлаҡ яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләр беркетергә кәрәк. Быны юл хәрәкәте ҡағиҙәләре талап итә.
Әгәр йәйәүленең, бигерәк тә балаларҙың, кейемендә йәки әйберендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булмаһа, юл аша сыҡҡанда водитель уны күрмәй ҡалыуы һәм автомобилде ваҡытында туҡтатып өлгөрмәүе мөмкин.
Юл-патруль хеҙмәтенең транспортын яңыртыу юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип күҙаллайҙар дәүләт автоинспекторҙары.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, иҫән-һау ғына йөрөйөк!
Читайте нас: