Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 16:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Хөрмәтле райондаштар! Ҡараңғы төшкәс, картуф, йәшелсә ҡыйҙарын үртәүселәр күҙәтелә. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: баҡсала, ихатала бер ниндәй ҙә сүп-сарҙы үртәргә ярамай!

Хөрмәтле райондаштар! Ҡараңғы төшкәс, картуф, йәшелсә ҡыйҙарын үртәүселәр күҙәтелә. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: баҡсала, ихатала бер ниндәй ҙә сүп-сарҙы үртәргә ярамай!
Демография
Үткән аҙнала районда 4 сабый тыуған, 4 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Айырылышыуҙар булмаған. 1 райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Үткән аҙнала Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендә бер өйгә ут тоҡанған. Ваҡытында һүндерелеү арҡаһында йорт артыҡ зыян күреп өлгөрмәгән.
Хөрмәтле райондаштар! Ҡараңғы төшкәс, картуф, йәшелсә ҡыйҙарын үртәүселәр күҙәтелә. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: баҡсала, ихатала бер ниндәй ҙә сүп-сарҙы үртәргә ярамай!
02 хәбәр итә
Октябрҙең 2-һенән 9-ына тиклемге ваҡыт арауығында район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 52 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә урлашыу (1), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (1), ут тоҡаныу (1), ваҡ хулиганлыҡ (1), законһыҙ рәүештә мәк үҫтереү (1), ғаилә низағы (2), алкоголь продукцияһы менән законһыҙ сауҙа итеү (1), дауаханаға алып барыу (мөрәжәғәт итеү) (3), ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса норма талаптарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәү (1), административ сикләүҙәрҙе тотмау (1), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 59 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 46.
Читайте нас: