Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2020, 11:00

ЙӘШ НАТУРАЛИСТЫҢ УҢЫШТАРЫ

Иҫке Собханғол мәктәбенең 8 “В” класы уҡыусыһы Юлиә Йәнгирова баҡсаһында төрлө төҫтәге һәм төрлө тәм биргән помидорҙар үҫтергән.

Иҫке Собханғол мәктәбенең 8 “В” класы уҡыусыһы Юлиә Йәнгирова баҡсаһында төрлө төҫтәге һәм төрлө тәм биргән помидорҙар үҫтергән.
Юлиә башланғыс кластарҙан уҡ Фәндәрҙең кесе академияһы (МАН) сиктәрендә үткәрелгән республика эҙләнеү-тикшеренеү эштәре, биология буйынса проект эштәре менән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы үткәргән “Мин – эҙләнеүсе” конкурсында әүҙем ҡатнашып килә.
Йәш биолог былтыр Өфөлә үткән “Юннат – 2019” республика конкурсында ла көсөн һынап ҡарай. Ул унда “Сәскәләр үҫтереү” номинацияһына үҙенең дизайн проектын тәҡдим итә һәм ҡатнашыусы сертификаты алып ҡайта.
Әйткәндәй, Юлиәнең проекты тормошҡа ашырылған. Былтыр Иҫке Собханғол мәктәбе алдындағы сәскәләр уның проекты буйынса ултыртылған. 2019 йылда яңы уҡыу йылына иң яҡшы әҙерләнгән мәғариф учреждениелары араһында Иҫке Собханғол мәктәбенең 1-се урынға сығыуында Юлиәнең дә өлөшө бар, тип әйтһәк, хата булмаҫ.
Йәш натуралистар конкурсында ҡыҙ төрлө төҫтәге һәм төрлө тәм биргән помидорҙар үҫтереп, уларҙың орлоҡтарын һатыуға сығарған уҡыусыларҙы күрә һәм ошо өлкәлә үҙен һынап ҡарарға теләй. Ҡыш уҡ әсәһе менән помидор орлоҡтары яҙҙырып алалар. Үҫентеләрҙе тәрбиәләп ҡарап, теплицаларға сығарып ултырталар. Һөҙөмтәлә, тырыш ҡыҙ киви, татлы ҡабаҡ (дыня) һәм слива тәме биргән помидорҙар үҫтерә.
Помидорҙарҙың татлы ҡабаҡ тәме биргәне - ҡыҙғылт-һары төҫтә, киви - йәшел, слива ҡара төҫтә.
Уңған ҡыҙ уңыштары менән мәктәптә лә бүлешә - помидорҙарын тәмләтеп ҡарай.
Был үҙенсәлекле эшендә әсәһе, биология уҡытыусыһы Оксана Павловна Рябова төрлө яҡтан ярҙам итәләр. Уҡытыусыһы әйтеүенсә, ысынлап та, үҙеңде бер яҡтан помидор, шул уҡ ваҡытта ҡабаҡ ашаған кеүек хис итәһең.
Юлиә үҙенсәлекле помидорҙарҙы конкурсҡа тип үҫтергән, әммә илдәге пандемияға бәйле, конкурс үтмәгән. Маҡсатына ирешеүсән, яңылыҡҡа ынтылыусан егәрле ҡыҙға артабан да уңыштар теләйек!
Читайте нас: