Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас ҡотлайым!
Быйыл беҙ 30-сы тапҡыр Башҡортостандың төп байрамын билдәләйбеҙ. Тап ошо көн республикабыҙҙы үҫеш юлына баҫтырҙы, уның сәйәси һәм иҡтисади ҡеүәтен үҫтерергә, сит илдәр һәм төбәктәр менән хеҙмәттәшлек итергә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрергә мөмкинселек бирҙе.
Бөгөн Башҡортостан үҙенең тәбиғәте, файҙалы ҡаҙылмалары һәм тырыш халҡы менән дан тота. Ул күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтенә ингән, Рәсәйҙең ҡеүәтле төбәктәренең береһе.
Беҙҙең республикала халҡыбыҙ берҙәм һәм татыу йәшәй, илебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерә. Беҙ уның бай тарихы һәм ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Ошо ҡаҙаныштарҙы артабан да һаҡларға һәм киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар, тыуған еребеҙгә тыныслыҡ һәм тотороҡло үҫеш, һәр йортҡа татыулыҡ һәм муллыҡ теләйем!