Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2020, 11:00

ИҪКЕ СОБХАНҒОЛ МЕНӘН МОРАҠ АРАҺЫ ЯҠЫНАЙҘЫ

Республика көнө алдынан, Иҫке Собханғол – Мораҡ автомобиль юлының 19–сы саҡрымында күптән көтөлгән сара – был участканы рәсми рәүештә сафҡа индереү тантанаһы үтте.

Республика көнө алдынан, Иҫке Собханғол – Мораҡ автомобиль юлының 19–сы саҡрымында күптән көтөлгән сара – был участканы рәсми рәүештә сафҡа индереү тантанаһы үтте.
Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғайса Әхәт улы Хәлитов, Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығының етештереү-техник бүлеге начальнигы Ренат Лотфрахманов, Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәксеһе Руслан Рафиҡ улы Денисламов һәм идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сығыш яһаусылар был юлдың район өсөн генә түгел, ә бөтә республика өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, ҙур күләмдәге эште берҙәм тырышлыҡ менән атҡарып сығыусы Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Юлды сафҡа индереүҙә намыҫлы һәм тырышып эшләгәндәре өсөн юл мастеры Айгиз Ибраһимов, юл эшселәре Мәжит Ҡолдәүләтов, Дамир Ананьев һәм Алмаз Абдуллин район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Күрше Күгәрсен районы менән тоташтырыусы автомобиль трассаһының 11 саҡрым 180 метр арауығындағы участкаһын төҙөкләндереү өсөн республика бюджетынан 235 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Иҫке Собханғол - Мораҡ автомобиль юлының башҡа участкалары ла төҙөкләндереләсәк. Бөгөнгө көндә 14-16 саҡрым участкаһында һәм Шүлгән-Таш мәмерйәһенә ингән ерҙә 4,7 саҡрым арауыҡҡа асфальт түшәү буйынса эштәр алып барыла.
Иҫке Собханғол - Мораҡ автомобиль юлы районыбыҙҙың үҫешенә өлөш индереп, туризмды, инфраструктураны алға әйҙәүсе бер этәргес булырына шик юҡ.
Читайте нас: