Иҫке Собханғол мәктәбенең химия уҡытыусыһы Ҡудашев Марсель Тәлғәт улы ла республика Башлығы ҡулынан сертификат алып ҡайтты. Байназар мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Ҡыуандыҡова ошо көндәрҙә сертификатын ҡулына аласаҡ.
Грантҡа эйә булған “йөрәктәрен балаларға биргән” уҡытыусыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, алдағы көндәрҙә лә эштәрендә уңыштар насип булыуын теләйек.