Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың июлендә республика етәксеһе йәш, перспективалы ауыл уҡытыусыларын дәртләндереү маҡсатында 600 мең һумлыҡ йыл һайын бирелә торған 100 грант булдырғайны. Быйыл гранттарҙың һаны 150-гә еткерелгән. Суммаһы ла артҡан – хәҙер ул 690 мең һум.
Был гранттарға ауыл ерендә эшләүсе 35 йәшкә тиклемге һәр йәш уҡытыусы дәғүә итә ала. Кәмендә ике йыл эш стажы булыу шарт. Быйыл райондан 7 йәш уҡытыусы конкурста ҡатнашыу өсөн документтарын ебәргән һәм шуларҙың 3-әүһе грантҡа лайыҡ тип табылған.
Әбделмәмбәт мәктәбенең математика һәм физика уҡытыусыһы Сәйфетдинов Артур Зәйнетдин улы республика Башылғы ҡулынан грант сертификатын алып ҡайтты.
Артур Зәйнетдин улынан тәьҫораттары хаҡында ла һораштыҡ.
- Был грантҡа үтеүемә бик шатмын. Ул киләсәктә тағы ла дәртләнеберәк эшләргә этәргес бирә. Ә грант аҡсаһын өйөбөҙгә төкәтмә төкөтөп, киңәйтеү өсөн тотонмаҡсымын. Сөнки ғаиләбеҙҙә 3 бала үҫә, уларға уңайлыҡтар булдырыу шарт.
Былтырҙан алып Әбделмәмбәт мәктәбендә эшләйем. Уға тиклем Килдеғол мәктәбе етәксеһе булдым. Мәктәп системаһында эшләүемә туғыҙынсы йыл, - тине Артур Сәйфетдинов.