Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2020, 13:00

450 ҠУРАЙСЫ - БЕР МАЙҘАНДА

Беҙ – Бөрйән районы ерлегендә йәшәгән бөрйәндәр: мәғариф хеҙмәткәрҙәре, хужалыҡ етәкселәре, музыка мәктәбе уҡытыусылары ижади яҡтан берҙәм булып, район хакимиәте башлығы И. Ф. Зариповтың ҡарарына ярашлы, мәктәптәрҙән йыйылған 450 ҡурайсыны бер майҙанға баҫтырып уйнатырға ирештек.

Беҙ – Бөрйән районы ерлегендә йәшәгән бөрйәндәр: мәғариф хеҙмәткәрҙәре, хужалыҡ етәкселәре, музыка мәктәбе уҡытыусылары ижади яҡтан берҙәм булып, район хакимиәте башлығы И. Ф. Зариповтың ҡарарына ярашлы, мәктәптәрҙән йыйылған 450 ҡурайсыны бер майҙанға баҫтырып уйнатырға ирештек.
Был хәл, хәтерем яңылышмаһа, 2007 йылдың 7 июнендә Күҙәмбәт яланында булды. Ул көндө донъя күләмендә, Рәсәй кимәлендә бер ваҡытта ла булмаған тарихи ваҡиға теркәлде. Башҡортостан Республикаһында йәшәгәндәрҙе һоҡландырып, беҙ район тарихына алтын хәрефтәр менән яҙҙыҡ 450 тигән тамғаны.
...Ошоларҙы яҙҙым да оҙаҡ ҡына уйланып ултырам. Оло эште нисек итеп башҡарғанды яҙырғамы, әллә юҡмы, тигән һорауға яуап эҙләнем дә бер ҡарарға килдем - мөмкин тиклем тулыһынса яҙырға.
2006 йылдың февраль айында, район мәктәптәрендә уҡыусы балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү маҡсатында, район хакимиәте башлығы ҡарары нигеҙендә 2006-2010 йылдарға маҡсатлы «Ҡурай» программаһы раҫланды. Яҙмыш ҡушыуы, тип әйтһәк тә дөрөҫ булыр, май айынан миңә район мәғариф бүлеген етәкләргә тура килде. Шул асыҡланды: ике генә мәктәптә балалар ҡурай түңәрәгенә йөрөйҙәр. Йәмғеһе 17 бала. Байназар һәм Яңы Мөсәт мәктәптәрендә генә. Аңлайым, мәғарифтең төп бурысы балаларға төплө белем биреүҙән ғибарәт, шул уҡ ваҡытта балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән түңәрәктәр ҙә эшләргә тейеш. Беренсе нәүбәттә, “Ҡурай” программаһын үтәү йүнәлешендәге түңәрәктәр ҡайҙа? Мәктәп директорҙары менән осрашҡанда, тәүге кәңәшмәлә, ошо һорауҙы күтәрҙем дә инде.
“Ауылда ғына түгел, күрше ауылда ла ҡурайҙа уйнай белгән кешеләр юҡ, нисек итеп түңәрәк булдырайыҡ?” – тинеләр ҡайһы бер директорҙар. Район эсендә ҡурайҙа уйнай белгән белгестәрҙең исемлеген булдырҙыҡ, уларҙы тәғәйен мәктәптәргә беркетеп, эш башланыҡ. Ә инде Исламбай мәктәбе директоры Р. Ғәлиуллина: «Тәүҙә үҙем уйнарға өйрәнәм дә балаларҙы өйрәтеү эшенә тотонасаҡмын - әлегә һыҙғырта ғына беләм», - тип ышандырҙы һәм һүҙендә торҙо. Район үҙәгендәге сәнғәт мәктәбенә йөрөп, нотаға ҡарап уйнарға өйрәнде. Сәнғәт мәктәбе директоры Й. Иҫәнғәлин, эшенә етди ҡараған белгес, түңәрәк етәкселәрен ай һайын йыйып, нота серҙәренә төшөндөрҙө, репертуарҙар таратып ҡына ҡалманы, репетициялар ойошторҙо.
Һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтергә теләйем - программала бурыстар ҡуйылыу менән бер рәттән, уҡыусыларға ҡурайҙар һатып алыуға, юл сығымдарын ҡаплауға бер тин дә аҡса бүленмәне. Ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға, тип әйтәләр бит. Түңәрәк етәкселәре мәктәп спорт залдарында һынып ятҡан обручтарҙы ҡырҡып, ҡурай яһап, уҡыусыларға тараттылар.
Ҡурайҙа оҫта уйнаған белгестәрҙе йәлеп итеү отошло булды: Нәби мәктәбенә – Азамат Әхмәтов, Ҡотан, Ырғыҙлы мәктәптәренә – Миңнур Нәҙершин, Мәһәҙей, Яуымбай, Әбделмәмбәт мәктәптәренә – Ғәлләм Маликов, Әтек, Иҫке Собханғол мәктәптәренә Ғәлинур Ғәлиуллин, Ҡолғана мәктәбенә Илдус Аҫылғужиндар үҙ техникалары менән йөрөп эшләп, иҫ китмәле ярҙам күрһәттеләр. Һөҙөмтәлә, 2006 йылдың ноябрь айынан 27 мәктәптә уҡыусыларға ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү эштәре әүҙем башланды. Өҫтәп әйтергә кәрәк, мәғарифты “оптималләштереү” процесы киң солғап алған ваҡыт ине...
2007 йылдың 22 февралендә район мәҙәниәт һарайында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышҡа ауыл мәктәптәренән 150 ҡурайсыны алып килеп, концерт программаһын башлап ебәрҙек. Иртәнге унға йыйылған 150 ҡурайсыны баҫтырып, Й. Иҫәнғәлин көнө буйына репетиция үткәрҙе. Килгән балаларҙы Иҫке Собханғол мәктәбендә өс тапҡыр ашатыу ғына ла ҙур эш ине. Ауылдарҙан балаларҙы директорҙарҙың машиналар хәстәрләп алып килеүҙәрен, концерттан һуң алып ҡайтыуҙарын яҙмау минең тарафтан яҙыҡ булыр. Мәктәп директорҙары шул тиклем яуаплы булдылар.
Ошо саранан һуң Башҡорт илен үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушыуҙың 450 йыллығы уңайынан 450 ҡурайҙа уйнаған уҡыусыны баҫтырып уйнатыу ысынбарлыҡ икәненә ышанып, мәктәп директорҙары, түңәрәк етәкселәре эштәрҙе тағы ла йәнләндерҙеләр. Район хакимиәте башлығының 2007 йылдың апрель айындағы бойороғона ярашлы, эш планы раҫланды: үткәреү ваҡыты, урыны билдәләнде. Республика флагындағы өс төҫтө сағылдырыу маҡсатында, аҡ, йәшел, күк төҫтәге еләндәрҙе район хакимиәте башлығы И. Ф. Зарипов бағыусылар табып тектерергә һәм 460 ҡурай һатып алыуға иреште.
Мәғариф бүлеге, мәктәп коллективтары 7 июнгә әҙерлек сиктәрендә ер ҡарҙан әрселеү менән “Ағиҙел” лагерындағы өйҙәрҙе тәртипкә килтерҙеләр, емерелеп бөткән кәртәләрҙе рәтләнеләр, иҫкергән, авария хәлендәге сәхнә һүтелеп, 450 ҡурайсы баҫып уйнарлыҡ урын, бейеүселәр бейеһен өсөн сәхнә эшләнде, балаларға туҡланыу урындары булдырылды. Күҙәмбәт яланы таҙартылып, тау итәгендә фон тамаша яланы хәстәрләнде. Ҡыҫҡаса әйтһәк, һанап бөткөһөҙ эштәр эшләнде. Шул ваҡытта берҙәм эшләгән мәктәп коллективтарын маҡсатлы эшкә егә алған директорҙарҙың исем-шәрифтәрен, мәктәптәрен күрһәтеп яҙыу дөрөҫ булыр, тип уйлайым: Байғаҙы (М. Фәйзуллина), Ырғыҙлы (И. Нурутҡолов), Мәһәҙей (М. Мөхәмәтйәнов), Кейекбай (З. Фәйзуллина), Яңы Мөсәт (Г. Ғүмәрова), Тимер (А. Солтанов), Яңы Монасип (Р. Баймырҙин), Иҫке Монасип (Й. Ҡотлобаев), Әбделмәмбәт (М. Ҡасимова), Әтек (З. Ғәҙәмшина), Яңы Усман (И. Ишморатов), Ҡолғана (И. Ҡулбирҙин), Иҫке Собханғол (Х. Ҡыуандыҡов), Ғәлиәкбәр (С. Ишмөхәмәтова), Ғәҙелгәрәй (Ә. Сафина), Яуымбай (Ф. Исмәғилева), Мораҙым (И. Әлибаков), Иҫке Собханғол урта мәктәбе (Ә. Йортбағышева), Ҡурғашлы (Ф. Мөхәмәтйәнов), Яңы Собханғол (Л. Иҫәнғужина), Байназар (Г. Ғәлиуллин), Исламбай (Р. Ғәлиуллина).
Ниһайәт, көткән көн килеп етте. Иртәнге сәғәт ундарҙа ауылдарҙан сараның төп геройҙары – ҡурайсылар йыйылып бөттө. Килгән ҡунаҡтарҙы район мәҙәниәт һарайы, сәнғәт мәктәбе бейеүселәре ҡатнашлығында төҙөлгән сәләмләү программаһы менән башланып китте ҙур сара.
Лагерь биләмәһендә ҡунаҡтарға күрһәтерлек әйберҙәр күҙ яуын алырлыҡ ине. Бөрйән урман хужалығы (Р. Хәйбуллин) башҡорт тирмәһен ҡорғайны. Эсендә иһә экспонаттар ҡуйылған. Тарихи боронғо йәшәү рәүешен сағылдырған мөйөш булдырылып, асыҡ һауала ҡуйылған күргәҙмәләр үткәндәр тарихын сағылдырған эҙмә-эҙлектәр теҙмәһе, мәктәптәрҙән килтерелгән ырыу-ара шәжәрә ағастары зауыҡ менән урынлаштырылып, үҫенте ағастарҙы хәтерләтә ине. Балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеһы етәксеһе Т. Ишбулдина үҙенең оҫта ойоштороусы икәнен йәнә бер тапҡыр раҫланы ла инде. Эшләнгән эштәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Ә инде килгән ҡунаҡтарға таратып биргән бүләктәр: ҡулъяулыҡтар, таҫтамалдар, тырыздар, батмандар һ.б. хеҙмәт дәресе уҡытыусыларының емешле эш һөҙөмтәһе икәнен айырыуса баҫым яһап әйтмәү мөмкин түгел. Байрам ҡурайсыларҙың сығышы менән башланып, һуңынан район мәҙәниәт һарайы методистары әҙерләгән программаға ярашлы үтте.
Иң сағыу номерҙарҙың береһе оло быуын ҡурайсыларының сығышы булғандыр. Ғәлиәкбәрҙән Әминевтар, Мәҡсүттән Нәҙершиндар, Нәбиҙән Д. Рәхмәтуллин, район үҙәгенән М. Мәхмүтовтар байрамға айырыуса йәм, мәртәбә өҫтәнеләр.
Ҡунаҡтарға бүләктәргә ҡушып райондың “Таң” гәзитенең (Ю.Х. Манапов) махсус номерын тапшырыу бигерәк тә отошло булды.
“Ағиҙел” балалар һауыҡтырыу лагеры начальнигы Ә. Әбдрәхимов бар тырышлығын һалып, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, мәктәптәрҙән килгән коллективтарҙың эше менән етәкселек итте, байрамға әҙерлек сиктәрендә ремонт эштәрен ойошторҙо. Байрамдан һуң сәхнәне һүтеүгә яуаплы Ғәлиәкбәр, Ғәҙергәрәй мәктәптәре коллективтары хеҙмәткәрҙәренең эшен контролдә тотоп, бөгөнгө көндә лә файҙаланылған көмбәҙле сәхнәне эшләтте.
Шулай итеп, 2-3 көндән һуң, һауыҡтырыу кампанияһын башлап, лагерь 100 баланы ҡабул итте.
21-се быуаттың иң сағыу сараларының береһе булып тарихҡа ингән ваҡиғаға инде 14 йыл үтеп китте. Әйтәһе фекерем шул: һәр мәктәптә ошо сараға бағышлап мөйөштәр булдырырға кәрәк. Сарала ҡатнашҡандарҙың исем-шәрифтәрен яҙып, фотоһүрәттәрен ҡуйырға, түңәрәк етәкселәренең, мәктәп директорҙарының да исем-шәрифтәрен яҙыуға ҙур сығымдар талап ителмәй бит.
“Ил төкөрһә, күл була”, ти бит халыҡ. Ҡулға-ҡул тотоношоп эшләнек. Оло рәхмәт һеҙгә, мәғариф хеҙмәткәрҙәре. Ҡурай серҙәренә өйрәтеп кенә ҡалманыҡ, балаларға төплө белем бирҙек, өлгөргәнлек аттестаттарын тапшырҙыҡ, мәктәптәрҙе һаҡлап алып ҡалдыҡ. Мәктәбе булған ауыл йәшәй, киләсәге – өмөтлө.
Читайте нас: