Иҫке Собханғол мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү нигеҙҙәре фәненән белем биреүсе Шәрәфетдинова Нәсимә Әнүәр ҡыҙы уҡытыусылар династияһының бер ағзаһы.
Уразаевтар династияһының дөйөм педагогик стажы 1200 йылдан ашыу тәшкил итә. Уны башлап ебәреүсе мөғәллим Уразаев Мостафа Мөхәмәтдин улы була. Заманында Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтша хәҙрәттең данлыҡлы мәҙрәсәһендә дини ғилем алған. Артабан Орск ҡалаһында уҡыған. Өфө губернияһы үҙәге указы менән имам хатип вә мөғәллим исеме бирелгән.
Уҡытыу юҫығында 31 йыл тәжрибә туплаған, төрлө кимәлдәге конкурс-олимпиадаларҙа үҙенең дә, уҡыусыларының да көсөн һынарға йөрьәт иткән остаз ул. Нәсимә Әнүәр ҡыҙының республика, Рәсәй кимәлендәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап.
Ул Бөрйән районының Аҡбулат ауылында уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әнүәр Мостафа улы һәм Кәримә Сәләхетдин ҡыҙы Уразаевтарҙың ғаиләһендә тыуған. Атаһы уҡытыусы булғас, уны төрлө ауылдарға уҡытырға ебәрәләр.
Уразаевтар 1963 йылда Яңы Мөсәт ауылына күсә. Тормош ишле ғаиләгә оло һынауҙар ҡуя, бер-бер артлы ата-әсәһен юғалтҡан балалар үкһеҙ етем ҡала.
Яңы Мөсәттә 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Нәсимә Әнүәр ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы В. И. Ленин исемендәге мәктәп-интернатында уҡый. 10 класты бөткәс, етем ҡыҙ аҡса булмау сәбәпле, артабан уҡыуын дауам итә алмай. Бөрйәнгә ҡайтып өс йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Йәш ҡыҙҙың уҡырға теләге ҙур була. Өфө тарафтарына юлланып, заводҡа эшкә урынлаша, бер ыңғайҙан Башҡорт дәүләт педагогия институтында тарих фәне буйынса белем ала.
Тормош иптәше Шәрәфетдинов Рәжәп Хөснөтдин улы менән Белорет районы Үҙән ауылында йәшәй башлайҙар.
Ул - уҡытыусы, тормош юлдашы табип булып ең һыҙғанып эшкә тотоналар.
Рәжәп Хөснөтдин улы тәүҙә педиатр, аҙаҡ участка терапевты булып эшләй. Спорт менән дуҫ ғаилә башлығы ҡышҡы многоборье буйынса мастерлыҡҡа кандидат, шулай уҡ хәрби-практик многоборье буйынса спорт мастеры була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2015 йылда Рәжәп Хөснөтдин улы мәрхүм булып ҡала. Нәсимә Шәрәфетдинова 2016 йылда Бөрйәнгә ҡайтып, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү нигеҙҙәренән уҡыта башлай. Талантлы уҡытыусы мәктәп музейына етәксе итеп тәғәйенләнә.
РФ-ның иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе, РФ Президенты грантын яулаусы Нәсимә Әнүәр ҡыҙы уҡыусыларын белем донъяһына мөкиббәнлек менән әйҙәүсе остаз булып таныла. Ул шулай уҡ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән юғары категориялы уҡытыусы.
Музей етәксеһе булараҡ, былтыр Башҡортостан Республикаһы музейҙары республика конкурсында 3-сө дәрәжәле дипломға лайыҡ була.
Шәрәфетдиновтарҙың ҡыҙҙары тормошта үҙ урындарын тапҡан, лайыҡлы шәхестәр булып үҫә. Ләйсән Ғафури районында Красноусол район үҙәк дауаханаһында табип-педиатр булып эшләй. Лилиә Санкт-Петербург ҡалаһындағы дәүләт иҡтисад университетында аспирантурала уҡый.
- Минең төп бурысым – уҡытыу, төплө белем биреү, балаларҙы тәрбиәләү, уларға тормошта дөрөҫ йүнәлеш биреү. Тарих фәнен яҡшы белеү өсөн күп уҡырға, мәғлүмәтле булыу мөһим, - ти тәжрибәле уҡытыусы.