Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2020, 16:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Хөрмәтле райондаштар! Ут менән һаҡ булығыҙ, ҡый үртәү ҡәтғи рәүештә тыйыла. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ-штраф ҡаралған.

Хөрмәтле райондаштар! Ут менән һаҡ булығыҙ, ҡый үртәү ҡәтғи рәүештә тыйыла. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ-штраф ҡаралған.
Демография
Үткән аҙнала гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә 7 сабыйҙың тәүге документтары тултырылған. 1 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 1 пар никахын тарҡатҡан. 5 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Үткән аҙнала 1 янғын осрағы теркәлгән. Иҫке Собханғолда бер ойошманың келәте янып киткән. Тиҙ арала ойошма хеҙмәткәрҙәре тарафынан янғын һүндерелгән. Шулай уҡ Ағиҙел ҡасабаһында ҡый үртәү осрағы булған. Хөрмәтле райондаштар! Ут менән һаҡ булығыҙ, ҡый үртәү ҡәтғи рәүештә тыйыла. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ-штраф ҡаралған.
02 хәбәр итә
25 сентябрҙән 2 октябргә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 57 мөрәжәғәт булған.
Улар иҫәбендә бурлыҡ (2), ғаилә низағы (1), документтар юғалтыу (2), дауаханаға алып барыу (4), кеҫә телефонын юғалтыу (1), янғын (2), фатирҙа мәйет табылыу (тәбиғи үлем) (1) һ. б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 18 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә - 49 протокол.
Читайте нас: