Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2020, 11:00

ХӨРМӘТЛЕ УҠЫТЫУСЫЛАР ҺӘМ ПЕДАГОГИК ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Уҡытыусы һөнәре - иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Ул ниндәй генә телдә әйтелһә лә, һәр ваҡыт оло хөрмәт менән яңғырай. Уҡытыусы беҙҙе белем донъяһына алып инеүсе, ҙур тормош юлына сығарыусы һәм һәр кемдең күңел түрендә һаҡлап йөрөткән кешеһе лә. Барлыҡ уңыштарыбыҙ өсөн беҙ, иң беренсе сиратта, хөрмәтле уҡытыусыларға бурыслыбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ.
Бөгөнгө көндә районыбыҙҙың мәғариф өлкәһендә 358 педагог балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Яңы уҡыу йылында 6 йәш уҡытыусы эш башланы.
Матур байрам көнөндә, форсаттан файҙаланып, йәш педагогтарга өлгө булып торған ҡәҙерле ветеран уҡытыусыларыбыҙға оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Барығыҙға ла Бөрйән ҡаяларындай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә ижади уңыштар һәм сабырлыҡ теләйем!
Читайте нас: