“Ресурс мәҙәни үҙәк” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Бөрйән оҫталары араһында ҡул эштәренә конкурс иғлан иткәйне.
Конкурсҡа ағастан, туҙҙан, балсыҡтан, кейеҙҙән, тиренән, туҡыманан эшләнгән сувенирҙар һәм башҡа ҡул эштәренең фотоһын, видеоһын ебәреү шарты ҡуйылғайны.
Ошо араларҙа конкурс тамамланып, еңеүселәр билдәләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Райондағы эпидемиологик хәлгә бәйле, оҫталарҙы бер урынға йыя алманылар. Бүләктәр һәм сертификаттар тейешле һаҡланыу режимы үтәлеү шарттарында үҙ хужаларына тапшырылды.
Конкурста райондан 17 оҫта ҡатнашҡан.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: туҙҙан сувенирҙар эшләү оҫтаһы тип Роберт һәм Зөлфиә Ишкининдар, бәйләнмә сувенирҙар оҫтаһы тип Ғәзимә Манапова, туҡыманан әйберҙәр тегеү оҫтаһы тип Гөлсирә Солтанбаева билдәләнде.
Таңһылыу Ғимранова менән Гөлйөҙөм Исҡужинаның эштәре «Нағыш» номинацияһында баһаланды.
Гүзәл Хафизова, ағалы-ҡустылы Данияр һәм Фәнзил Псәнчиндар махсус приздарға, Рәил Латыпов, Ринат Яхин, Гөлдәр Әхмәтова, Хәмдиә Ситдиҡова дәртләндереү приздарына лайыҡ булдылар.
Ҡорамасы конкурсанттарға, атап әйткәндә Хөснә Исламбаева, Тәнзилә Сәитбатталова, Сәриә Минһажева, Гөлдәр Сөләймәнова, Зифа Юлсуриналарға сертификаттар тапшырыласаҡ.
Конкурсанттарҙың эштәре менән aknur.ru сайтына инеп таныша алаһығыҙ. Унда онлайн күргәҙмә-йәрминкә ойошторолған.
Ағастан һындар эшләүсе конкурсанттар араһында Яңы Мөсәт ауылынан Дамир Уразаевтың (һүрәттә) эштәре үҙенең юғары художество кимәле менән иғтибарҙы йәлеп итте.
Дамир Уразаев, нигеҙҙә, айыу, бөркөт һындары эшләүгә маһир. Уның ҡулдарында ябай ағас ороһо ла хәҙер көнкүрештә һирәк ҡулланылған һауыт-һабаларға әйләнә. Ул эшләгән ағас уйынсыҡтарҙы ейәндәре яратып уйната.
Көйәнтә, сәңгелдәк, умарталар, ҡортсолоҡ өсөн кәрәк-яраҡтар яһау, мейес сығарыу, тәҙрә, кәрниздәр биҙәү эштәре оҫта өсөн күңел ятҡан ижад.
Дамир ағай был һөнәр менән мәктәптә уҡыған саҡта уҡ мауыға башлаған. Бер хеҙмәт дәресендә ағастан самолет эшләүҙәрен, иң яҡшы самолет уныҡы булыуын хәтерләй.
Уҡытыусылары, киләсәктә үкенергә яҙмаһын, уҡығыҙ, тип иҫкәртә. Дамир Уйылдан улының мәктәптән һуң уҡыуҙы дауам итергә теләге ҙур була, әммә тормош уға һынауҙар ҡуя.
Әсәһе вафат булғас, ул Өфөлә балалар йортонда тәрбиәләнә, аҙаҡ Ишембайҙағы мәктәп-интернатта уҡый. Йәш егеткә үҙ йүнен үҙенә күрергә тура килә. Төҙөлөштә, урман хужалығында эшләй.
Мәктәптә хеҙмәт уҡытыусыһы булмау сәбәпле, һөнәре булмаһа ла, эшкә алалар, әммә ул уҡытыусы була алмағанлығын аңлай. Шул ваҡыттан, әгәр үҙем өсөн өйҙә эшләһәм, нисек булыр ине икән, тип уйлай башлай.
Ҡатыны Рәмзиләгә атаһы: “Ҡалала ғына үҫкән егет, балта ла тота белмәйҙер әле, нисек донъя көтөргә уйлайһың”, тип әйтә. Әммә борсолоуҙары бушҡа була, Дамир Уйылдан улы балта оҫтаһының үҙе булып сыға. Өй төҙөй, донъяға кәрәкле нәмәләрҙең барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләй. Өҫтәл, ултырғыс, диван, кресло, кухня гарнитурын да үҙе яһап ала.
Әлеге мәлдә иһә оҫта оло кинәнес менән ағастан сувенирҙар эшләү менән булыша.
Был конкурс, ғөмүмән, Бөрйән районындағы һәләтле оҫталарҙы табыу, уларҙың эштәрен халыҡҡа танытыу һәм да районда туристар өсөн сувенирҙар етештереүҙе йәнләндереү, халыҡты унан килем алырға өйрәтеү маҡсатын күҙаллағайны. Бөрйәнгә килгән туристарға урындағы мәҙәниәтте, милли колоритты сағылдырған сувенирҙар тәҡдим итерҙәй оҫталар булыуы беҙҙе ҡыуандырҙы.
Конкурс быйыл тәүгә үткәрелде. Киләсәктә ойоштороласаҡ конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың һаны артыр тигән өмөттәбеҙ.