Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2020, 14:00

БӘХЕТЛЕ УНЫҢ ҠАРТЛЫҒЫ

Йәш ваҡыт нисек тә үтә, ҡартлыҡта бәхетең булһын, ти ололар. Дөрөҫтөр, улар күргәнде беҙ әле күрмәгән, йәшәгәнде йәшәмәгән, улар ялаған тоҙҙо беҙ яламаған бит әле.

Йәш ваҡыт нисек тә үтә, ҡартлыҡта бәхетең булһын, ти ололар. Дөрөҫтөр, улар күргәнде беҙ әле күрмәгән, йәшәгәнде йәшәмәгән, улар ялаған тоҙҙо беҙ яламаған бит әле.
Яңы Монасипта йәшәүсе Зоя-Зәкиә Мәжит ҡыҙы Ишемғужина менән әңгәмәләшкәс тә ошо һүҙҙәрҙең раҫлығына төшөндөм.
- 1937 йылғы мин. Һарттыҡымын. Шунда 7-се класты тамамланым, артабан Байназарҙа 8-сене бөттөм. Унан инде уҡырға мөмкинселек булманы. 8-сене бөтөү менән колхоз эшенә сумдыҡ: звенола бесән эшләп ятыумы, иген елгәртеүме, урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашыумы – береһе лә ҡалманы. Ил күргәнде күреп, кеше эшләгәнде эшләп йәшәлде. Колхоздың эше бөтәме – бригадир нимәгә ҡуша, шуға китәһең. Бер эштән ҡалынманы, шөкөр.
Ул осор юл эшләү килеп сыҡты. Көрәк менән носилкаға тупраҡ, ҡырсын һалып ташыйбыҙ. Элек бит һуҡмаҡ ҡына юл булды, ҡайҙа хәҙерге шикелле асфальт. Юлдың тупрағын ситкә түгәбеҙ.
Ирем дә әрмегә киткәнсе лә, ҡайтҡас та колхоз эшендә булды.
Хәлфетдин ерен дә һөрҙө, тырматты ла. Аяҡҡа баҫҡаны, артына ултырғаны шул колхоз эшендә булды инде, ҡыҫҡаса әйткәндә.
Әрмелә өс йыл ир-егетлек бурысын үтәп ҡайтты Хәлфетдин. Ул саҡта мин фермала эшләй инем. Бесәнгә йот йыл булды. Бер һауынсыға бер ир-ат йыла ташый. Хәлфетдин минең төркөмгә тура килде. Икәүләп бер төркөмдө тәрбиәлйбеҙ. 3-4 йыл ултырған һаламды турап, өҫтөнә фураж һибеп, парҙа тотоп, малдарға бирәбеҙ. Атай-ботай итеп саҡ ҡыш сыҡтыҡ.
Яҙ мин йәйләүгә киттем, Хәлфетдин ауылда ҡалды. Шул осорҙа өйләнештек.
Эшләмәгән эш ҡалманы инде. Элек бит сыбыртҡылап ҡыуҙылар эшкә. Йөктәнеп, балалар менән кителер ине. Имсәк балаң бар, тип тә торманылар ул заман. Хәҙер генә ул кеше ожмахта йәшәй. Мал көтөү ҙә еңел булманы. Бөтә ер колхоздыҡы булды.
Ил-йортобоҙ ғына имен булһын. Беҙ этлекте күп күрҙек, исмаһам, балалар еңеллектә йәшәһен инде.
Ярты быуаттан ашыу ғүмер үткән, бер уйлап ҡараһаң. Ете балаға ғүмер һәм тәрбиә бирҙек. Шөкөр, бөтәһе лә башлы-күҙле. Таңатар улым кәртә артында ғына тора. Рәйсәм Удмуртияла йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә күп, шөкөр. Балалар килеп тора, ярҙамынан өҙмәй. Ҡырҙағы ҡыҙым йылына бер генә ҡайтып китә.
Былтыр-быйыл урманға сығып булмай. Яҙ-йәй башында талпандан ҡурҡыла. Үлән-фәлән йыйырға яратам мин былай. Төнәтмәләр эшләп эсәм. Хәҙер бер үҙем ҡалдым. Бабай 2002 йылда баҡыйлыҡҡа күсте.
Элекке менән бөгөнгөнө сағыштырам да, хәҙер кеше хилеүәт йәшәй, тип ҡуям. Донъялар ғына имен булһын – шул теләк. Беҙҙе лә Аллаһы Тәғәлә йәшәтә бирһә ине. Бабайым өй һалып, газ үткәреп үлде. Үҙе ошо рәхәтлектәрҙе күрә алманы.
Пенсия килеп тора, балалар ярҙамынан өҙмәй – беҙгә ни ошонан артығы кәрәкмәй. Һаулыҡ ҡына булһын да, бала ҡайғылары күрһәтмәһен Хоҙай, - ти Зәкиә инәй.
Эйе, дини календарҙар уҡып, доғалар ҡылып, үҙ күңел донъяһын үҙенсә байытып, барына шөкөр итеп йәшәп ята Зәкиә-Зоя инәй. Исеменең икәү булғанына ла аңлатма биреп: “Атайым йәш сағында бер мәрйәгә ғашиҡ булған да, шуның исемен ныҡышып ҡуштырған”, - тине.
Хәйер, эш исемдәме ни? Есемдә шул. Зәкиә-Зоя инәй һоҡланырлыҡ ғүмер юлы үткән – емертеп эшләгән, хәләле Хәлфетдин Шәрәфетдин улы Шәрипов менән бынамын тигән балалар үҫтергәндәр, бөгөн балалары тарафынан ҡараулы. Сымыры донъяһын доғалары менән бәрәкәтләндереп, барыһы өсөн Раббыһына шөкөр итеп йәшәп ятыуы. Ошо бөтөнлөктән, бәхеттән айырмаһын уны.
Читайте нас: