Был матур һәм сыуаҡ көндә беҙ яу һәм хеҙмәт ҡырҙарында сынығып, әлеге мәлдә хаҡлы ялда булған оло быуын вәкилдәрен тәбрикләйбеҙ! Һеҙгә күңел йылыһын,сикһеҙ хөрмәт һәм иғтибарыбыҙҙы белдерәбеҙ. Бөгөн беҙ Һеҙҙең аҡыллы кәңәштәрегеҙгә, тормош тәжрибәгеҙгә таянып эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Барығыҙға ла намыҫлы хеҙмәтегеҙ, районыбыҙҙың үҫешенә һәм йәштәрҙе тәрбиәләүгә тос өлөш индереүегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Артабан да беҙҙе шатландырып, ҡәҙер -хөрмәттә йәшәргә насип булһын! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, рух күтәренкелеге һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйем!