Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2020, 10:00

40 ЙЫЛ БЕРГӘ

Ҡолғана ауылында йәшәүсе Мәймүнә һеңлем менән Исмәғил кейәүҙең иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә 40 йыл. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. 40 йыл бергә йәшәү - йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. 40 йыл бергә йәшәү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк.

Ҡолғана ауылында йәшәүсе Мәймүнә һеңлем менән Исмәғил кейәүҙең иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә 40 йыл. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. 40 йыл бергә йәшәү - йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. 40 йыл бергә йәшәү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк.
Ҡолғана ауылының абруйлы ир-уҙманы Исмәғил Вәлиев йәштәргә оло үрнәк, туғандарына балаларына терәк-таяныс булып йәшәй.
Ишле мал тоталар. Малды ашатыу-тәрбиәләү кейәүҙең иңенә төшһә, уның ағын эш-аш итеү - Мәймүнәнең елкәһендә. Бергәләп йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Мәймүнә йәшелсәләрҙән маринадланған, консерваланған, тоҙланған әллә күпме ризыҡ әҙерләй. Емеш-еләк йыя. Уларҙы туңдырып та һаҡлай, ҡайнатма ла итеп эшләп ала. Өйөндә ниндәй генә гөлдәр үҫмәй! Йә баҙарҙа, йә айырым кешеләрҙә ятыраҡ гөл күрһә, алып ҡайтып ултыртып та ҡуя. Бешеренеүгә генә түгел, тегеү-бәйләүгә лә оҫта - ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, юрғандар эшләп тарата.
Мәймүнә - Ҡолғана ауылының иң егәрле, иң уңған ҡатындарының береһе. Улар 6 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балаларының 5-әүһе үҙаллы донъя көтә. 15 ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй, ихтирамлы олатай улар.
- Ғаилә, тип, балалар, тип ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашабыҙ. Уларҙың барыһын да тигеҙ яратабыҙ, үҙҙәре лә, олатай, өләсәй, тип кенә торалар, - ти Исмәғил кейәү.
- “Баланың балаһы - балдан татлы”, тип белмәй әйтмәгәндәр инде. Ейән-ейәнсәрҙәрҙең һәр уңышына һөйөнөп, ҡыуаныс-шатлыҡтарын уртаҡлашып, кәңәштәребеҙҙе биреп торабыҙ. Уларҙы бик яратабыҙ, - тип һүҙгә ҡушыла Мәймүнә.
-Йәш ғүмер үтә лә китә икән ул. Олоғайғас донъяға икенсе күҙлектән ҡарайһың. Бер-береңдең ҡәҙерен нығыраҡ тояһың, бер-береңә кәрәклегеңде, һинең өсөн икенсе яртыңдан да мөһимерәк кеше юҡлығын аңлайһың икән, - тип ҡуя кейәү.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп 40 йыл бергә йәшәгән һеңлем менән кейәүҙең алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балаларының изгелек-игелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын уларға.

Читайте нас: