Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2020, 16:00

КҮҢЕЛЕНӘ ЯТҠАН ҺӨНӘРЕН ТАПҠАН

Мәктәпкә әҙерлек өйҙән, балалар баҡсаһынан башлана. Һәр ата-әсә, сабыйын балалар баҡсаһына алып барғанда, бәләкәстәрҙең эске донъяһын тойомларға һәләтле, сабыр, изге күңелле тәрбиәсене күрергә теләй.

Мәктәпкә әҙерлек өйҙән, балалар баҡсаһынан башлана. Һәр ата-әсә, сабыйын балалар баҡсаһына алып барғанда, бәләкәстәрҙең эске донъяһын тойомларға һәләтле, сабыр, изге күңелле тәрбиәсене күрергә теләй.
30 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған Иҫке Монасип балалар баҡсаһы мөдире Миңнур Әбделғәни ҡыҙы ла:
– Бала күңеле нескә, һинең яратҡаныңды әллә ҡайҙан һиҙеп тора, шуға күрә тәрбиәсе булырға теләгән кеше өсөн иң мөһиме – бала яратыу. Тәрбиәсе һәр яҡтан да өлгө итеп ҡуйырлыҡ иң тәрбиәле, иң тәртипле, әҙәпле, әхлаҡлы, һүҙе менән генә түгел, бөтә булмышы, ҡыланыштары менән дә тәрбиәләп йөрөгән кеше булырға тейеш, тип уйлайым, - ти.
Миңнур Әбделғәни ҡыҙы тыумышы менән Мораҙым ауылынан. Ул мәктәпте тамамлағандан һуң, игеҙәге менән тегеү фабрикаһына эшкә урынлаша, әммә был һөнәр күңеленә ятмағанлығын аңлай. Ленинградҡа уҡырға ебәрәбеҙ, тигәстәре, тиҙерәк китеү яғын ҡарай.
Белорет ҡалаһында тәрбиәсе һөнәренә уҡып, ҡулына диплом алғас, Яуымбай ауылына эшкә ҡайта.
Биш кешенән торған берҙәм коллектив, ишеге лә, тәҙрәһе лә булмаған бер бинаны ремонтлап, рәтләп, балалар баҡсаһын әҙерләй.
Ике йыл эшләгәндән һуң, Мораҙымда эш килеп сыҡҡас, әсәһенең: “Башҡа кешеләрҙең ҡыҙҙары кеүек янымда эшләһәңсе”, тигән үтенесен кире ҡаҡмай, тыуған ауылына ҡайта.
Нәҡ ошо осорҙа Миңнур апай тормош иптәшен осрата - Иҫке Монасип ауылы егете Ансар Әмирхановҡа кейәүгә сыға.
Монасипта тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эш башлай. Бер йылдан, 1990 йылда, баҡса мөдире итеп тәғәйенләнә. Шунан алып хәҙергәсә шул эшендә тоғро хеҙмәт итә.
Тормош юлдашы менән улар дүрт улға матур тәрбиә бирергә, һөнәрле итергә тырышҡан. Ике улы өйләнгән, ике игеҙәк улдары быйыл 18 йәштәрен тултырған. Улдары ата-әсәйҙәренә оҡшап ипле, тәрбиәле, эшһөйәр, егәрле булып үҫкәндәр.
Кеше өсөн күңеленә ятышлы һөнәр табыу, бер һүҙле, татыу коллективта эшләү – иң ҙур бәхеттең береһелер ул. Был йәһәттән Миңнур Әбделғәни ҡыҙы бәхетле, сөнки яратҡан эше бар, ә башҡа өлкәлә ул үҙен күҙ алдына килтерә лә алмай.
Мөләйем йөҙлө, яғымлы тауышлы Миңнур апайҙың, ысынлап та, тауыш күтәреүен күҙ алдына килтереү мөмкин түгел һымаҡ. Хеҙмәттәштәре, ауылдаштары уны кешелекле, изге, йомшаҡ күңелле, ғәҙел етәксе тип беләләр.
- Баҡсабыҙҙың ололар төркөмөндә 20 бала булһа, кескәйҙәр төркөмөндә 15 бала. Улар 8 хеҙмәткәр ҡарамағында.
Балалар баҡсаһында косметик ремонт эшләп торабыҙ.
2016 йылда реаль эштәр программаһына ярашлы, капитал ремонт үткәрҙек. Хеҙмәткәрҙәр менән берлектә үҙ көсөбөҙ менән баҡсабыҙҙы тәртиптә тоторға тырышабыҙ. Йыл да конкурстарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындар алабыҙ. Ата-әсәләр ҙә ремонт ваҡыттарында ярҙам итәләр. Баҡса янында картуф, йәшелсә сәсәбеҙ. Быйыл кәбеҫтәләребеҙ уңды, - ти Миңнур Әмирханова.
Миңнур Әбделғәни ҡыҙы киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә яулаған уңыштары өсөн 2013 йылда Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
-Йыл да июнь айында балалар менән концерт ҡуябыҙ. Йыл буйы балаларҙың ҡыҙыҡ хәлдәре тураһында бер дәфтәргә яҙып барабыҙ ҙа, аҙаҡ ата-әсәйҙәренә уҡып ишеттерәбеҙ. Балалар бит үҙҙәренсә ҡыҙыҡ та, аҡыллы ла фекерҙәр әйтеп һала.
Коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар, аҡыллы, тәртипле балалар тәрбиәләүҙәрен теләйем, - тип изге теләктәрен еткерҙе Миңнур Әбделғәни ҡыҙы.
Читайте нас: