Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2020, 14:00

БӘХЕТТӘРЕН ЭШТӘ ТАБАЛАР

Һауынсы йәки малсы булып эшләр өсөн мал йәнле булырға кәрәктер. Йән тартмаған эштә оҙаҡ йылдар эшләп булмай. Ә яратҡан эш ялҡытмай. Һүҙем Тимер ауылында тәүҙә “Ҡыҙыл таң”, аҙаҡ “Маяҡ” тип үҙгәртелгән колхозда оҙаҡ йылдар эшләгән Таһир Зиннәт улы менән Зифа Ғилметдин ҡыҙы Аллабирҙиндар тураһында.

Һауынсы йәки малсы булып эшләр өсөн мал йәнле булырға кәрәктер. Йән тартмаған эштә оҙаҡ йылдар эшләп булмай. Ә яратҡан эш ялҡытмай. Һүҙем Тимер ауылында тәүҙә “Ҡыҙыл таң”, аҙаҡ “Маяҡ” тип үҙгәртелгән колхозда оҙаҡ йылдар эшләгән Таһир Зиннәт улы менән Зифа Ғилметдин ҡыҙы Аллабирҙиндар тураһында.
-Яңы Собханғолда 8-се класты бөткәндән һуң, уҡырға ингән еремдән: “Белоретта ҡыйын, ауылды һағынам”, тип ҡайтып төштөм. 17 йәшемдә һыйыр һауа башланым, - тип башланы һүҙен Зифа Ғилметдин ҡыҙы.
- Минең төркөмдә 30 һауын һыйыры булды. Аҙаҡтан махсус һауыу аппараттары сыҡты ул, әммә ҡул менән һауып өйрәнгәс, йәнә, таҙа була, тип ҡул менән һауҙым.
Пландарым һәр ваҡыт үтәлеп барҙы. Элек һөттөң таҙалығы өсөн дә көрәшә торғайныҡ. Йәйләү Баймаҡ сигендә булды. Һөттө Темәскә тапшырҙылар. Сифаты насар, йә бысраҡ булһа, кире ҡайтара торғайнылар.
Фермала эшләгәндә күңелле ваҡыттар ҙа күп булды инде. Йәйләүҙәге хәлдәр тураһында һөйләһәң, үҙе бер тарих, ҡайһы саҡ һағынып иҫләп алабыҙ, - ти, йәш саҡтарын хәтерләп.
Зифа Ғилметдин ҡыҙының хеҙмәтен баһалап, ваҡытында наградалар ҙа бирәләр. Дәртләндереү маҡсатынан өс тапҡыр быҙау, магнитофон, сәй сервиздары менән бүләкләнә, премиянан да ҡалмай. 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә “Хеҙмәт алдынғыһы” тигән значоктар ҙа тағалар. Әммә маҡтау ҡағыҙҙарын һаҡлар кәрәк, тип уйламай, бер ваҡыт йыйып алып, мейескә яға. Значоктарҙы ҡыҙҙары тағып йөрөп, юғалтып бөтәләр.
- Һауынсы булып 10 йыл тирәһе, быҙау ҡараусы булып 19 йыл эшләнем. Флүрә апай Үлмәҫбаева быҙау ҡарау буйынса 6 йыл беренселекте бирмәне. Урын-еренә еткереп эшләмәһәң, быҙауҙарҙы үҫтереүе бик ауырға төшә, тип уларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә миңә тап Флүрә апай өйрәтте, мең рәхмәтлемен уға.
Колхоз үткәргән йыйылыштарға әллә ни йөрөргә яратманым. Йәш саҡта шым, оялсан булдым, шуның арҡаһында йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып барманым. Өлгөлө эшсе, тип президиумға ултыртып ҡуйһалар, уңайһыҙлана инем. Бер мәл ул ваҡыттағы район башлығы Зарипов үҙе машина ебәртеп, алдырҙы. Районда иң беренсе булып беҙҙең колхоз тарҡатылды, - ти әңгәмәсем.
Буласаҡ тормош иптәше Таһир Аллабирҙин менән фермала танышалар. Заманында йәштәрҙең танышыу урыны шул ферма булғандыр инде. Ул армияға тиклем дә, аҙаҡ та көтөүсе була. Һауын һыйырҙарын көтә, башмаҡ ҡараусы булып тир түгә. Эшләү дәүерендә шулай уҡ төрлө баһаларға тәҡдим ителә. Таһир Зиннәт улына өлгөлө хеҙмәте өсөн бронза миҙал тапшыралар.
Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ғаиләләрендәге 11 бала араһында икенсе бала булғас, ҡусты-һеңлеләрен ҡарау ҙа уның яуаплылығында була. Заманында ҡустыһы Дамирҙы, көтөүсе булып эшкә төшкән еренән, сыбыртҡыһын ҡулынан тартып алып, исмаһам, һин уҡы, тип сығарып ебәргән кеше бит ул.
Хәҙер ул бәхетле ҡартлыҡ кисерә, үҙ яйына йөрөп ихатаһында мәж килә, тракторын ҡарай.
Аллабирҙиндар 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығаралар. Миңлегөл Язағолова Тимер мәктәбендә - инглиз теле, Миңзәлә Рәхмәтуллина Иҫке Собханғол мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып уңышлы ғына эшләп йөрөйҙәр. Гөлзирә Арыҫланғужина Иҫке Собханғолда 1-се һанлы балалар баҡсаһында тәрбиәсе.
Уларҙың икешәр юғары белем алып, тормошта үҙ юлдарын табып, лайыҡлы эшләп йөрөүҙәрендә атай-әсәйҙәренең тырышлығы баһалап бөткөһөҙ.
Таһир Зиннәт улы үҙе лә, балаларын уҡытып бөткәс, 63 йәшендә дин буйынса юғары белем алыуға ирешә. Хәҙер ул ауылдағы мәсеттә имам-хатиб.
Улдары Ансар (мәрхүм) Чечняла хеҙмәт итеп ҡайта. Уның өс балаһы ҡалған. Килендәрен үҙ ҡыҙҙарындай күреп яратып, бик татыу аралашып йәшәйҙәр.
Илзирә Белоретта медицина колледжын тамамлағандан һуң, Өфөгә юллана. Әлеге ваҡытта стоматологик клиникала стажировка үтеп йөрөй.
Ҡыҙҙарының барыһы ла «тимер ат» йүгәнләгәндәр, килендәре лә машина йөрөтөү хоҡуғы алған.
-Йәмғеһе 16 ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар. Йүгереп йөрөп ярҙам итәләр, мал бикләшәләр, өй эштәренең барыһына ла өлгөрәләр, - тиҙәр икән, уларҙың бәхетле олатай һәм өләсәй булып ултырыуҙарына шик юҡ.
- Колхоз бөткәндән һуң, 15 йыл тирәһе КФХ тоттоҡ. Һыйыр малдары, аттар көттөк. Хәҙер үҙебеҙ өсөн 6 һауын һыйыры, тана, быҙауҙар, 3 баш атыбыҙ бар. Һөт продукттарын ҡайһы берҙә “Ҡыҙылташ” магазинына алып барабыҙ. Аҡты әрәм итергә тырышмайым, һәр төрлөһөн эшләйем.
Ауыл ерендә эшле булыу – үҙе үк оло бәхет инде. Үҫмер саҡтан ҡул менән һыйыр һауып, мал ҡарап өйрәнгәс, артыҡ ауырлығын тоймайбыҙ. Бесәнде лә техника ярҙамында эшләп алабыҙ, балалар ҙа ярҙам итеп торалар. Шөкөр, етеш йәшәйбеҙ. Эшләһәң - мохтажлыҡ булмай, кемдәндер көтөп ултырып булмай, - тиҙәр улар ихласлап.
– Ҡул бушап китһә, йөн иләп, ойоҡбаш, бейәләйҙәрен дә бәйләйем, - ти бөтмөр хужабикә.
Аллабирҙиндарҙың бергә йәшәүҙәренә быйыл 43 йыл.
-Бәхет сере – бере-береңде аңлап йәшәүҙә. Берең ҡыҙғанда, икенсең тынып торһа, бар-юғына сабырһыҙланмаһаң, шул етә, - тиҙәр улар, ғаилә татыулығының бер сере менән уртаҡлашып.
Читайте нас: