Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2020, 12:00

СӘЛӘМӘТЛЕК ҺАҒЫНДА – 38 ЙЫЛ

Бер хәл ныҡ иҫтә ҡалған. Бер апай бала табырға ауырый икән. Мин барғанда, эргәһендә ике әбей булышалар ине.

Бер хәл ныҡ иҫтә ҡалған. Бер апай бала табырға ауырый икән. Мин барғанда, эргәһендә ике әбей булышалар ине.
Иҫке Собханғолда тыуып-үҫһә лә, Тимер ауылы ҡыҙы ул Сәмиға - атаһы Баязитов Зәкир Хәлфетдин улы менән әсәһе Үлмәҫбаева Бибиямал Хәйбулла ҡыҙының ғаиләһендә 3-сө бала булып 1950 йылдың 24 сентябрендә донъяға килә. Улар Тимер ауылы кешеләре булһалар ҙа, эштәре район үҙәгендә булыу сәбәпле, шунда йәшәйҙәр.
Баш балалары малайҙар булғас, көтөп алған ҡыҙҙары тыуыуы атай кеше өсөн айырыуса ҙур шатлыҡ була.
1957 йылда ҡыҙ Иҫке Собханғол мәктәбенең 1-се рус класына уҡырға бара. Тәүҙә, уҡырға йәше етмәй, тип алмайҙар. Ләкин тырыш ҡыҙ һынатмай.
Сәмиға 3-сө класта уҡығанда атайҙары гүр эйәһе була.
-Атайым, яҡшы уҡырға тейешһең, ҡыҙым, тигәс, тырыштым. Мине интернатҡа урынлаштырҙылар ҙа, шунда оло-оло ҡыҙҙар менән йәшәнем, - тип хәтерләй ул мәлдәрҙе.
Атаһы мәрхүм булмаҫ элек Тимергә күсеп ҡайтҡайнылар инде. Өлкән кластарға етә башлағас, уҡытыусы булыу теләге көсәйә Сәмиғаның.
-1967 йылда уҡыуҙы бөткәс, Стәрлегә педагогия институтына барырға йыйындым. Бергә уйнап үҫкән Зәйтүнә, Мәймүнә, әйҙә, Сибайға киттек, бергә-бергә ҡайтып йөрөрбөҙ, тип өгөтләнеләр. Риза булып, имтихан биреп ҡарайым әле, тинем. Үткәнмен икән.
Бик яуаплы инде ул фельдшерҙың эше, яңылышаһың икән, кеше ышанысы юҡҡа сыға. Кешегә лә, үҙ-үҙеңә лә бик тә талапсан булыу кәрәк. Ҡайһы саҡ уҡытыусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу уйы ла тыуып ала ине, әлбиттә.
Уҡытыусыларым артабан юғары белем алырға өндәһә лә, тыңламаным инде, эшләп, әсәйемә ярҙам итәйем, тип уйланым. 1970 йылдың февралендә уҡыуҙар бөттө, шул йылдың май айында эшкә урынлаштым. Ул ваҡытта уҡытыусылар ҙа, фельдшерҙар ҙа етешмәй ине.
Йылы ғына биналарҙа әҙер генә приборҙар, кәрәкле инструменттар менән эш башлау яҙманы инде ул саҡтарҙа беҙгә.
4х5 ҙурлыҡтағы бәләкәй генә, шыҡһыҙ ғына бина һыуыҡ. Мейестәре лә йүнле сығарылмаған, щприц ҡайнатырға ла уңайлыҡтар юҡ. Мейескә утынды үҙең хәстәрләйһең. Тәүҙәрәк иҙән йыуыусы ла булманы, әсәйем ярҙамлашты. Ул ваҡытта ауылда техника һанаулы ғына, ауылдан район үҙәгенә - 27, оло юлға тиклем 8-9 саҡырым. Юлдар юҡ, телефон бәйләнеше юҡ. “Ҡыҙыл таң” колхозы идараһы икенсе ауылда. Ҡайһы саҡ йоҡлай алмай борсолоп ята инем - ауылда берәйһенә бер-бер хәл булһа, нимә эшләргә... Һауа торошоноң да төрлө сағы була: ҡар, ямғыр, буран... Машина ла юҡ.
Төрлө саҡтар булды, үҙ-үҙемә ышанысым ғына ярҙам итте. Машина һорап, колхоз етәкселәре менән эш өсөн һүҙгә лә килешеп китә инек.
Бер мәл район үҙәгендә райсовет алдында Сәфәрғәлин Ғилман ағай осраны. Сәмиға, машина һора, машина күп бында, тип йылмая. Ул ваҡытта колхоз рәйесе булып эшләгәненән һуң районға етәксе итеп тәғәйенләнгән сағы ине.
Элек һорап торманылар, өсәр айға Өфөгә белемеңде камиллаштырырға ла ебәрәләр ине. 1-се категориялы фельдшер, 1-се категориялы акушер белешмәләрем бар.
Йыл да донорҙар көнө үтә ине. Халыҡты күпләп йәлеп итеп, күп итеп ҡан тапшырып, ҡиммәтле бүләктәр, грамоталар ала ине беҙҙең участок.
Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәс, һәр баланың, кешенең һаулығы күҙ алдында булды.
Бер хәл ныҡ иҫтә ҡалған. Бер апай бала табырға ауырый икән. Мин барғанда, эргәһендә ике әбей булышалар ине. Миңә, йәш кеше, тип әйтмәгәндәр. Алданыраҡ әйтмәгәнегеҙ, тип асыуланғайным, икеһе лә юҡ булдылар. Бала тыуған, кендеген ҡырҡҡандар. Әсә кеше күп ҡан юғалтҡан, хәле мөшкөл. Тейешле уколдарҙы эшләнем, эргәһенән китмәй дауаланым - бер аҙна эргәһендә йоҡлап йөрөнөм. Дауаханаға барманы. Аллаға шөкөр, шәбәйеп киттеләр, әсә лә, бала ла иҫән-һауҙар. Рәхмәттәр әйтеп бөтә алманылар, - тип хәтирәләргә лә бирелеп алды ғүмерен ауылдаштарының сәләмәтлегенә бағышлаған Сәмиға.
- Байтаҡ йылдар эшләгәнһең, 38 йыл ярым булған, юғары наградаларың да булғандыр, - тием.
- Юҡ, ниндәй награда?! Мин тура һүҙле кеше бит, ялағайлыҡты белмәнем. Тура әйткән - туғанына ярамаған.
Шөкөр, үлем осраҡтарына юл ҡуйманым. Кешенең рәхмәте, хөрмәте, кеше араһындағы абруйым – шул миңә награда, - ти ул. Ауыл, район Советына депутат итеп һайланыуы ла кешенең уға ышаныс белдереүе, ихтирамы билдәһе, әлбиттә.
Уҡытыусы Ғөбәйҙуллин Тимерйән Муллаәхмәт улы менән өс улға, бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Даян – химия-биология уҡытыусыһы, Дамир физика-математика уҡытыусыһы, Аҡсәсәк – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Данис физкультура техникумын, БДУ-ның юридик факультетын тамамлай. Данис Чечен Республикаһында хеҙмәт итеп, ике “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән наградлана. Атайҙары Тимерйән, улдары Дамир, Данис был яҡты донъяларҙы ҡалдырып, мәңгелек йортҡа күскәндәр инде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...
Олоғайған көнөндә балалар ҡыуанысында, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, уларҙың шатлыҡтарына ҡыуанып, барына шөкөр итеп йәшәргә яҙһын ғүмерен изге бурысҡа бағышлаған ауылдашыбыҙға.
Читайте нас: