Асҡарға ярҙам итеүгә районыбыҙҙың Иҫке Собханғол урта мәктәбе лә ихлас ҡушылды. Был мәктәптә макулатура йыйыу буйынса шәп акция-конкурс ойошторолдо.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе 10 айлыҡ Асҡар Исхаҡов донъялағы иң ҡиммәтле уколға мохтаж. Уны ҡотҡарырға ярҙам итәсәк препарат 2 300 000 доллар тора. Һумдар менән иҫәпләгәндә, 170 млн. һумдан да ҡиммәтерәк килеп сыға. Инфузиянан һуң реабилитация өсөн йәнә ҙур ғына сумма, йәмғеһе 180 млн. һум тирәһе талап ителә.
Ниндәй сир менән яфалана һуң был сабый? Һау-сәләмәт булып тыуған бәпес 3 айында кинәт кенә һулыған кеүек була: ҡулдарын да, аяҡтарын да күтәрмәй башлай. Ата-әсәһе, борсолоп, төрлө табиптарға мөрәжәғәт итеп, һәр яҡлап тикшертеп тә, дауаларҙан файҙа булмағас, Асҡарға 6 айҙа генетик анализ бирергә ризалашалар. Оҙаҡ ҡына көткән анализ һөҙөмтәләре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡшынан булмай – бәпескә 1-се типлы арҡа мейеһе-мускул атрофияһы (спинально - мышечная атрофия 1 типа) диагнозы ҡуйыла.
- Бөтә тормошобоҙ селпәрәмә килгән кеүек булды. Балаңдың үлемесле сир менән яфаланыуын белеүҙән дә ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡ икән. Был ауырыу көндән-көн көсәйеп барып, бала 2 йәшкә тиклем генә йәшәй алырға мөмкин. Тәүҙә беҙ ҡотолоу юлы юҡтыр, тип уйланыҡ, унан, үҙебеҙҙе ҡулға алып, төрлө мөмкинлектәр эҙләй башланыҡ һәм улыбыҙҙы шәбәйтеү өсөн «Золгенсма» препараты бар икәнен белдек, - ти сабыйҙың әсәһе Азалия Исхаҡова.
Америка Ҡушма Штаттарында эшләнәсәк был уколға аҡса табыу өсөн Асҡарҙың туғандары, республикабыҙҙан һәм сит төбәктәрҙән волонтерҙар төрлө акциялар ойоштора, «Бәйләнештә» һәм «Инстаграм» селтәрҙәрендә сәхифәләр алып бара, мәғлүмәти ярҙам күрһәтә, блогерҙарҙы, билдәле кешеләрҙе йәлеп итә.
Бөгөнгө көнгә сабыйға йәмғеһе 2 398 371 һум аҡса йыйылған. Йәнә 178 млн. һумға яҡын йыяһы бар әле. Сабыйҙы ҡотҡарыр өсөн инъекцияны уның 2 йәшенә тиклем эшләп өлгөрөргә кәрәк.
Асҡарға ярҙам итеүгә районыбыҙҙың Иҫке Собханғол урта мәктәбе лә ихлас ҡушылды. Был мәктәптә макулатура йыйыу буйынса шәп акция-конкурс ойошторолдо. 8 сентябрҙән алып 15 сентябргә тиклем барған был акцияла 1-се синыфтан алып 11-се синыфҡа тиклем уҡыусылар әүҙем ҡатнашты, балаларҙың ата-әсәләре лә дәррәү генә ҡушылды. Иң күп ҡағыҙҙы тапшырыусылар - 1-се “В” синыфы – был синыфта уҡыусылар йәмғеһе 341,070 кг макулатура тапшырған. Нәҡ 1-се “В”-лар башланғыс синыфтар араһында 1-се урын яуланы. 2-се урынға – 4-се “А” (338, 300 кг), 3-сө урынға 4-се “Б” (303, 250 кг) синыфтары лайыҡ булды. Урта синыфтар араһында 1-се урын – 6-сы “Г” (142, 230 кг), 2-се урын – 5-се “В” (102,750 кг), 3-сө урын 5-се “Б” (72, 400 кг) синыфтарына бирелде. Өлкән синыфтар араһында 1-се урынға – 10-сы “А” (157, 550 кг), 2-се урынға – 11-се “В” (126, 500), 3-сө урынға 11-се “А” (119, 850 кг) синыфтары сыҡты. Йәмғеһе мәктәптән 5360 кг макулатура йыйылып, Белорет ҡалаһына тапшырылды һәм Исхаҡовтар ғаиләһенә 11000 һум аҡсалата ярҙам күсерелде. Уҡыусылар был акцияла ҡатнашып, Асҡарға ла ярҙам итте, экологиябыҙға ла файҙа килтерҙе, изге эштәр башҡарыу өсөн күп нәмә талап ителмәгәнен дә аңланы.
Иҫке Собханғол мәктәбендә старт алған күркәм сараны район мәғариф бүлеге лә күтәрмәләп алды һәм район күләмендә лә макулатура йыйыу буйынса хәйриә акцияһы-конкурс иғлан итте. Дистанцион уҡыу көндәре тамамланыу менән районыбыҙҙың бар мәктәптәре һәм балалар баҡсалары был конкурста әүҙем ҡатнашыр, моғайын. Конкурс тураһында белешмәләр өсөн телефон: 3-65-17.
Асҡарға аҡсалата ярҙам итергә теләүселәр өсөн иһә реквизиттар түбәндәгесә:
Сбербанк-онлайн тел: 8987 628 6923 (әсәһе Исхаҡова Азалия Сәлимйән ҡыҙы).
«Сбербанк» картаһы: 4276 0600 5692 2365.
ВТБ картаһы: 4893 4704 2105 3346.
QIWI кошелёк: 8987 628 6923.
Сабыйға ярҙам сәхифәләре: https://vk.com/smailik_askarik
https://www.instagram.com/smailik_askarik/?igshid=z8kjy75ljxcc