Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2020, 19:00

БАЛАЛЫ ӨЙ – ЙӘМЛЕ ӨЙ

Ҡылысбай менән Гөлназ Алтыншиндар Тимер ауылының иң күп балалы ғаиләләренән һанала. Был ишле ғаиләлә алты малай, ынйы бөртөгөндәй берҙән-бер ҡыҙ бала – Ынйы үҫә.

Ҡылысбай менән Гөлназ Алтыншиндар Тимер ауылының иң күп балалы ғаиләләренән һанала.
Был ишле ғаиләлә алты малай, ынйы бөртөгөндәй берҙән-бер ҡыҙ бала – Ынйы үҫә.
Уға әле бер генә йәш. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәһенең, ағайҙарының иң ҙур ҡыуанысы ул.
Оло улдары Урал Учалы сәнғәт колледжының бейеү бүлегендә уҡый. “Ләйсән” бейеү ансамблендә шөғөлләнгән егет коллективы менән “Байыҡ” конкурсында ҡатнашып, финалға үткән. 3-сө курс студенты уҡып та, эшләп тә йөрөй.
Икенсе улдары Алмаз 9-сы синыфты тамамлаған. Физик мөмкинлеге сикле булһа ла, спорт менән дуҫ. Көн дә Ағиҙел буйында ҡуйылған турникта шөғөлләнә, аяҡтарына көс төшөрә алмаһа ла, ҡулдары менән алдыра бирешмәҫ егет. Турникта 16 тапҡыр күтәрелә. Янындағы иптәштәре уның уңышына бергәләшеп ҡыуаналар.
4-се класс уҡыусыһы Динислам атаһының иң төп ярҙамсыһы, уң ҡулы. Техника менән бик яҡшы аралаша, утын, бесән эшендә лә гел янында була.
Динар – өсөнсө класҡа, Данис беренсегә барған. Дим балалар баҡсаһына йөрөй, уға 5 йәш. Ҡулдарынан эш килерҙәй шуҡ малайҙар һеңлеләрен дә ҡарайҙар, үҙ-ара шаярышып та өлгөрәләр. Ынйы ағайҙарын мәктәптән һағынып көтөп ала, тегеләре лә һеңлеләре менән мәз киләләр.
- Балаларыбыҙ – тормошобоҙ биҙәге. Тәрбиәгә килгәндә, малайҙарға әҙерәк ҡатыраҡ булыу кәрәктер. Атаһын нығыраҡ тыңлайҙар, - ти Гөлназ.
Күмәк балалар үҫкән ғаиләләрҙә күҙәтелгәнсә, балалар үҙ-ара татыу, дуҫ. Әлбиттә, күп баланың ваҡ-төйәк өсөн талашып алыуҙары ла булмай тормай. Әммә шулай ҙа Алтыншиндар зарланып ултырмайҙар, балалары етеш йәшәһен, бәхетле булһын өсөн бар тырышлыҡтарын һалалар.
Ҡылысбай ике йыл элек КФХ асып, эшен йәнләндергән. Ат, һыйыр, һарыҡ малдары көтәләр. Күркә, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡты ла күпләп тоталар.
Исеме үк әйтеп тороуынса, Гөлназ гөл ярата. Яңы өйҙәрендә иркенләп матур-матур гөлдәр үҫтерергә хыял итә ул. Әлеге өйҙәрендә урын самалы, шуға артыҡ үрсетә алмауына эсе бошоңҡорай.
- Әле ҡул эштәре менән ултырырға ваҡытым етеңкерәмәй, Дим улым бәләкәй саҡта төндәрен ултырып эшләй инем, - ти Гөлназ.
Өлгөр ҡатын селтәрҙәрен дә эшләгән, гәзиттән үреп яһалған кәрзиндәре, өҫтәлдәре өй эсендә әле лә ҡулланыуҙа йөрөй. Күбеһен бүләккә таратып бөткән.
Хөкүмәттән ярҙам алып, Алтыншиндар 16х10 ҙурлығында яңы өй һалғандар, быйыл сығырға самалауҙары.
- Түҙемһеҙләнеп, тиҙерәк эшләп бөтәйек, тип тырышабыҙ инде. Балаларыбыҙҙың һәр береһенең үҙ урыны булһын, тип алты тахтаға заказ биргәнбеҙ. Кредитҡа яңы 7 урынлыҡ машина алдыҡ. Алла бирһә, балаларҙы Абҙаҡҡа алып барып килергә тип уйлап йөрөйбөҙ, - ти балаларынан күҙ ҙә алмай, һәр береһен ҡарап, хәрәкәттәрен күҙәтеп ултырыусы ата-әсә.
Балалы йорт – нурлы йорт. Шул нурҙы һүрелдермәй, бәләкәстәрен иҫән-һау аяҡҡа баҫтырып, оло тормош юлына сығарырға яҙһын уларға. Балалары иһә һәр яҡтан да килгән, уңған, яҡшы кешеләр булып үҫһендәр тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: