Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2020, 12:00

БЕСӘЙҘӘ ЛӘ ХИКМӘТ БАР...

Бер мәл, бынан тиҫтә йылдар самаһы элек әле ул, төнө буйы башым ауыртып сыҡты ла, ахыры, иртәнсәк үҙебеҙҙең алыштырғыһыҙ “ғаилә докторына” юл тоттом – ғүмере буйы үҙәк дауаханала эшләгән Сәйҙә апайыма.

Бер мәл, бынан тиҫтә йылдар самаһы элек әле ул, төнө буйы башым ауыртып сыҡты ла, ахыры, иртәнсәк үҙебеҙҙең алыштырғыһыҙ “ғаилә докторына” юл тоттом – ғүмере буйы үҙәк дауаханала эшләгән Сәйҙә апайыма.
Машинамды яй ғына йөрөтөп барам. Сөнки саҡ ҡына тигеҙһеҙ урындан үткәндә лә башым сәңкем, ҡоҫҡо килә башлай.
Апайым иртә менән мунсаһында кер йыуып йөрөй икән. Ул мәлдә теге автомат “килендәр” килеп етмәгәйне әле беҙгә. “Бар инеп ятып тор. Хәҙер керемде генә эләм дә”, тип мине өйөнә индереп ебәрҙе.
Саҡ ҡына артыҡ ҡыбырлауға ла сатнап барған башымды тотоп, ыһылдай-ыһылдай диванға барып яттым. Ятыуым да булды, диванға апайымдың бесәйе йылт итеп килеп менде лә миңә һыйынды. Нисә тапҡыр уларға барһам да, бесәйҙәре бер ваҡытта ла минең янға килгәне юҡ ине. Хәлһеҙ генә ҡыуып ҡарайым, тик был нығыраҡ һыйына. Ахыры, бүтән ҡыуып маташманым. Төнө буйы йоҡламағас микән, әллә бесәй йылытып ебәрҙеме, саҡ ҡына ойоп киткәнмен. Апайымдың ишек япҡан тауышына уянып китһәм, аптырап ҡалдым – башымдың ауыртыуы һыпырып ташлаған һымаҡ юҡҡа сыҡҡан. Тороп ултырҙым – ҡыбырлаһам да бер ниндәй ауыртыу юҡ. Тимәк, бесәй дауалаған!
Укол да кәрәкмәне, апайым менән сөкөрләшеп сәй эстек тә инде машинамдың тигеҙһеҙ ерҙә һикертеүенән дә ҡурҡмай ҡайтып киттем...
Хәйер, үҙебеҙҙең Тәнәй тигән бесәйебеҙҙең дә ҡыҙымды дауалауы хаҡында бер яҙғайным инде. Температураһы күтәрелеп, башы ауыртып, тамағы ҡажҡылдап ауырып йығылып китте бер мәл ҡыҙым. Ҡып-ҡыҙыл булып янып ята был. Дарыу эсереп, урап һалып ҡуйҙым да, әленән-әле йоҡо бүлмәһенә инеп, хәлен белешә-белешә ашарға бешерәм. Бер инһәм, бының муйынында Тәнәй ята. Ҡотом осоп барып һөйрәп алдым бесәйҙе. Ҡапыл күргән ыңғайы баламдың муйынын һығып ятҡан һымаҡ тойолоп, ҡотом осто шул. Былай ҙа саҡ тын алып ятҡан бәпесемде ыҙалатһың, тип бесәйҙе әрләп тә алдым.
Сираттағы тапҡыр инһәм, бесәй ҡыҙымдың башына кәпәс һымаҡ булып уралып ятҡан. Шунда ғына башыма барып етте – ул бит ҡыҙымды дауалап маташа: башта ауыртҡан тамағына “компресс” булып ятты, хәҙер баш ауыртыуын бөтөрмәксе... Бүтән ҡыуманым.
Бына шулай, дуҫтар, бесәйҙәребеҙҙе, ялҡау, сысҡан да тотмай, йоҡлап тик ята, әрәмтамаҡ, тип әрләмәйек әле, уларҙың дауалай торған һәләттәре лә бар бит ул.
...Әйткәндәй, кисә аяғым ныҡ ҡына һыҙлап йоҡлап киткәйнем, иртәнсәк уянһам, бесәйебеҙ аяғыма һыйынып ҡына йоҡлап ята ине...
Читайте нас: