Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2020, 11:35

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Үткән аҙнала бер янғын булған – Иҫке Мөсәттә өй янып киткән.Хөрмәтле райондаштар! Ошондай хәлдәргә шаһит булһағыҙ, кисекмәҫтән кеҫә телефонынан 112 йәки 101 һандарын йыйып, был турала хәбәр итеүегеҙ һорала!

Демография
Райондың гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегенән үткән аҙнала 6 сабый донъяға килеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр еткерҙеләр. 4 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән. Айырылышыу осраҡтары булмаған.
01 хәбәр итә
Үткән аҙнала бер янғын булған – Иҫке Мөсәттә өй янып киткән.
Хөрмәтле райондаштар! Ошондай хәлдәргә шаһит булһағыҙ, кисекмәҫтән кеҫә телефонынан 112 йәки 101 һандарын йыйып, был турала хәбәр итеүегеҙ һорала!
02 хәбәр итә
Сентябрҙең 11-енән 18-енә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 48 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), административ яза үтәүсенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), бәлиғ булмаған менән хәбәрһеҙ юғалыу (1), алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу (2), ваҡ хулиганлыҡ (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), механик зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы (2), шәхси документтарҙы юғалтыу (3), ғаилә низағтары (3), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (алып барыу) (3), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 53 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 40. 4 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: