Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2020, 14:00

ХУЖАБИКӘГӘ ЯРҘАМҒА

Дөгө бешергәндә һыуына бер аш ҡалағы аш һеркәһе ҡойһағыҙ, дөгө ап-аҡ ҡына булыр һәм таралып ҡына торор.

Дөгө бешергәндә һыуына бер аш ҡалағы аш һеркәһе ҡойһағыҙ, дөгө ап-аҡ ҡына булыр һәм таралып ҡына торор.
*Дөгө аҡ ҡына булып бешһен һәм айырылып ҡына торһон өсөн, бер нисә тамсы лимон һуты йәки һыуҙа иҙелгән лимон кислотаһы ҡушылған ҡайнап торған тоҙланған һыуға һалырға кәңәш ителә. Дөгө бешкән һауытты ябырға ярамай.
*Бәлеш өсөн эслек итергә теләгән кәбеҫтәне турағас, башта ҡайнар һыу менән бешекләгеҙ, унан бер нисә минутҡа һыуыҡ һыу ҡойоп тороғоҙ. Унан яҡшылап һығып алып, табала ҡыҙҙырығыҙ. Ул саҡта кәбеҫтә төҫөн юғалтмаясаҡ.
*Ҡапҡасы асылған банкалағы томат пастаһының өҫтө үңәҙләнмәһен өсөн уның ҡапҡасына эс яҡтан бер аҙ ҡоро гәрсис (горчица) һөртөргә кәрәк.
*Сөгөлдөр бик оҙаҡ бешә, 3 сәғәт самаһы ваҡыт кәрәк. Ҡабаланғанда 1 сәғәт самаһы ғына ҡайнатып, уттан алырға ла 10 минутҡа һыуыҡ һыу ағымы аҫтына (кран аҫтына) ҡуйырға кәрәк. Сөгөлдөр әҙер буласаҡ.
*1 аш ҡалағы һөт менән 1 сәй ҡалағы шәкәр өҫтәһәң, винегреттың тәме яҡшыра.
*Майонезығыҙ булмаһа, ҡаймаҡҡа ҡабығы менән бешерелгән йомортҡаның һарыһын иҙеп ҡушып, 1 сәй ҡалағы гәрсис (горчица) өҫтәп болғатырға мөмкин.
Читайте нас: